Ураҙа байрамында ғибәҙәт ҡылыу урындары билдәләнде

2022 йылда Ураҙа ғәйете 2 майға тура килә. Был көндө хаҡ мосолмандар изге Рамаҙан айы тамамланыуын билдәләй.

Байрам иртәнге сәғәт 8-ҙә Өфөнөң 21 мәсетендә күмәк доға ҡылыуҙан башлана.

Хәүефһеҙлек һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау полиция һәм йәмәғәт именлеге үҙәге көсө менән тәьмин ителә. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы бүлеге хеҙмәткәрҙәре мәсеттәр янында юл хәрәкәте өсөн яуап бирә, тип хәбәр иттеләр Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтенән.

Медицина хеҙмәтләндереүе йәһәтенән ашығыс медицина ярҙамы табиптарының күсмә бригадаһын резервҡа алыу ойошторола.

Ураҙа байрамы көнөндә намаҙ уҡыр өсөн асыҡ мәсеттәр исемлеге менән мэрияның сайтында танышырға мөмкин.