Талпандарҙан ҡотолоу әмәле күрелә

Өфөлә ҡала биләмәләрен талпандарҙан эшкәртеүҙе 8 майға тиклем тамамлау көтөлә. Кимереүселәрҙән ағыулау эштәре 31 майға тиклем дауам итә. Ошо хаҡта башҡала мэрияһындағы оператив кәңәшмәлә Республика дезинфекция үҙәгенең баш табибы Павел Мочалкин белдерҙе.

Үҙәк хеҙмәткәрҙәре халыҡ күмәк йыйылған урындарҙы дезинфекциялау эшен төнгө һәм иртәнге сәғәттәрҙә башҡара.

«Быйыл Өфөлә йәмәғәт биләмәләрен талпандарҙан аралау эштәре 555 гектарҙа, серәкәйҙәрҙән эшкәртеү 497 һәм 436 гектарҙа башҡарыла, сысҡан һәм башҡа кимереүселәргә ҡаршы 10400 гектарҙы эшкәртеү планлаштырыла», — тине Павел Мочалкин.

Эшкәтеү саралары күләме Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы менән килешеп билдәләнгән.