Өфө районы Сергеевка ауылында йәшәүселәр газ торбаһы ярылыу һөҙөмтәһендә сыҡҡан авария михнәтен күрә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 май көнө бында торбаүткәргестән газ конденсаты ер өҫтөнә ағып сыҡҡайны. Әле урында вария эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре дауам итә, ә халыҡ сәләмәтлеге ҡаҡшауына зарлана. Сергеевка ауылы халҡы буш вәғәҙәләрҙе ишетеп арыған. Авария эҙемтәләре бөтөрөлдө тиһәләр ҙә кис һайын ҡырҡыу еҫ һиҙелә. Ә ҡойонан һыуҙы эсерлек түгел, бензин тәме килә, ти улар. Шулай ҙа экспертиза эсәр һыуҙың таҙа булыуын раҫлаған. Бының да файҙаһын күреүселәр юҡ түгел. Урындағы магазинда һыуҙың хаҡы ике тапҡырға артҡан. 5 литрлы һауыт кәмендә 50 һум тора. Татьяна Павлова быйыл уңыш булырына ла өмөтөн юғалтҡан. Үҫентеләр һулый, ә япраҡ өҫтө ҡара шекәрә менән ҡапланған. Ханым авария ваҡытында бер кем дә эвакуация тәҡдим итмәне, ти. Икенсе көнөнә генә таныштары аша ғәҙәттән тыш хәл тураһында ишетә. Әммә һуң була, ике көндән ул эсе ауыртып дауаханаға эләгә. Әммә табиптар быны пенсионерҙың оло йәштә булыуына һылтай. Ошондай уҡ ауырыу билдәләре менән Дим биҫтәһендә йәшәүсе лә аҙна буйына яфалана. Тын ҡыҫылыу менән сирләгән ҡатын әле лә корвалолдан айырылмай. Сергеевкала ваҡиғанан һуң сәләмәтлегенә зарланыусылар күбәйгәс, ваҡытлыса күсмә медпункт урынлаштыралар. Табип та күптәр эс ауыртып мөрәжәғәт итеүен инҡар итмәй, тик бер кемгә лә ағыуланған тигән диагноз ҡуйылмай.Өфө районындағы авария күп һорауҙар ҡалдыра. Әле лә халыҡ мәғлүмәт етмәүенә бошона. Беҙҙең ижади төркөмгә лә рәсми мәғлүмәт биреүҙән баш тарттылар. Яуап бер – һыуҙа ла, ерҙә лә газ конденсаты ҡалдыҡтары ҡалманы. Тик бының менән Сергеевка халҡы ла, экологтар ҙа килешергә теләмәй. Авария эҙемтәләрен бөтөрөүселәр бында газ конденсаты ҡалманы тип ышандыра. Әммә шыйыҡса ағып төшкән йырында беҙ бына ошондай соҡорға юлыҡтыҡ. Бында әле нефть продукттары етерлек. Шул уҡ ваҡытта авария эҙемтәләрен бөтөрөү эштәренең ҡасан тамамланырын бер кем дә хәбәр итмәй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ваҡиға 15 май көнө Сергеевка ауылынан 1 саҡрым тирәһе алыҫлыҡта теркәлде. Бында газ конденсаты торбаүткәргесенә билдәһеҙ кешеләр үҙ торбаларын ялғап яғыулыҡ урлаған. Һөҙөмтәлә ул баҫымды күтәрә алмайынса шартлаған. Ғәҙәттән тыш хәл тураһында кешеләргә ике көн үткәс кенә иғлан ителә. Әле урындағы халыҡ иһә прокуратураға мөрәжәғәт әҙерләй.
Ышаныс бөткән, артабан нисек йәшәргә?
Тулыраҡ: Ышаныс бөткән, артабан нисек йәшәргә?