Рәсәйҙә йәш ғалимдарға дәүләт кимәлендә ярҙам күрһәтелә

Тулыраҡ: Рәсәйҙә йәш ғалимдарға дәүләт кимәлендә ярҙам күрһәтелә

Бындай ярҙамдың бер төрө — ғилми хеҙмәттәре мөһим һәм үҙенсәлекле тип танылған фән докторҙары менән фән кандидаттарына йыл һайын Президент гранттарын тапшырыу. Быйыл ил буйынса барыһы 60 грант тапшырылһа, шуларҙың өсәүһенә Башҡортостан ғалимдары лайыҡ булды. Таныҡлыҡтарҙы Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов тапшырҙы. Фәнни эҙләнеүҙәргә булышлыҡ итеү ил етәкселегенең һәр кимәлендә яйға һалынған. Башҡортостан йәш ғалимдар эшмәкәрлеге буйынса ла, ғилми тикшеренеүҙәр йүнәлештәре өлкәһендә лә Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә, тип билдәләне ул. Андрей Викторович грант лауреаттарының фәнде артабан үҫтереп, тикшеренеү һөҙөмтәләрен ғәмәли ҡулланышҡа сығарырына өмөт белдерҙе. Грантҡа лайыҡ фәнни хеҙмәттәр иһә күп йыллыҡ тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе. Физика-математика фәндәре кандидаты Айрат Мусин табылған нефтте һыуҙан аралау сараларын камиллаштырыу буйынса иҫәпләүҙәр алып бара. Химия һәм медицина өлкәләрендә фәнни тикшеренеүҙәр алып барған йәш ғалимдар кешелек сәләмәтлеге өсөн уртаҡ хәүеф менән янаған сирҙәрҙе дауалау ысулын эҙләй. Химия фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр Академияһының нефтехимия һәм катализ институты доценты Владимир Дьяконов яман шеште дауалау сараларының организмға ағыулы йоғонто яһамай, тик зарарлы күҙәнәктәрҙе юҡ итерлек өлгөһөн уйлап тапҡан.Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры Нәүфәл Заһиҙуллиндың фәнни тикшеренеүҙәре йөрәк ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалауҙы камиллаштырыуға арналған. Президент Грантын быйыл ул икенсе тапҡыр ала. Тантанала билдәләнеүенсә республикала башҡа ғилми тармаҡтарҙа ла нигеҙле тикшеренеүҙәр алып барған йәштәр күп. Уларҙың тырышлығы менән фән алға атлай, яңы технологиялар барлыҡҡа килә. Грант аҡсаһы ғалимдарға сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, иҡтисад һәм башҡа тармаҡтарҙа һынылыш яһарлыҡ асыштар яһау өсөн артабан тикшеренеүҙәр үткәреү мөмкинлеген бирә.