12-се июнь - Рәсәй көнө уңайынан 14 йәшлек ҡыҙҙар һәм егеттәргә паспорт тапшырыу тантанаһы ойошторолдо

Тулыраҡ: 12-се июнь - Рәсәй көнө уңайынан 14 йәшлек ҡыҙҙар һәм егеттәргә паспорт тапшырыу тантанаһы ойошторолдо

Үҫмерҙәрҙе илдең тулы хоҡуҡлы гражданины дәрәжәһенә өлгәшеүе менән Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор тәбрикләне.Паспорт алыу — тулҡынландырғыс ваҡиға. Шәхесте дәлилләүсе документ хоҡуҡтар менән бергә бурыстар барлығын да хәтергә төшөрә, хәҙер һеҙ тормошта яһаған һәр мөһим аҙымығыҙ өсөн үҙегеҙ яуаплы, тине Андрей Чечеватов. Баш федераль инспектор илдең йәш граждандарына уҡыуҙа уңыштар һәм тормошта маҡсаттарға өлгәшеүҙәр теләне.