Урамда сауҙа иткән өсөн штрафтар бөтөрөлә

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары административ тәртип боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр индерҙе. Хәҙер урамда сауҙа иткән өсөн штраф һалынмай.

«Статьяла урамда һатыу иткән һәм дөйөм файҙаланыштағы, тәғәйенләнмәгән урындарҙа көнкүреш хеҙмәттәре күрһәткән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған ине, беҙ был статьяны билдәһеҙ ваҡытҡа кисектереп торабыҙ, ошо тәртип боҙоуҙар осрағында штраф һалынмай», тип аңлатты республика парламенты рәйесе Константин Толкачев.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай спикеры белдереүенсә, депутаттар иҡтисади хәл тотороҡланғас штрафтарҙы ҡайтарыу мәсьәләһен ҡайтанан ҡараясаҡ.

Штраф санкциялары граждандар һәм коммерция булмаған ойошма вәкилдәренә, шулай уҡ урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген юридик шәхес ойоштормай алып барыусыларға, юридик шәхестәргә һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ҡулланылмай.