Бөгөн Өфө аквапаркындағы фажиғәнең видеоһы барлыҡҡа килде

Тулыраҡ: Бөгөн Өфө аквапаркындағы фажиғәнең видеоһы барлыҡҡа килде

49 йәшлек ҡатындың Мәләүез ҡалаһынан килеүе билдәле.

Киске сәғәт алтылар тирәһендә инструктор тауҙан төшөп килгән ҡатындың аңын юғалтыуын күреп дежур табипҡа хәбәр итә. Беренсе ярҙам күрһәтеү һөҙөмтә бирмәгәс, ашығыс ярҙам машинаһы саҡыртыла. Реанимация бригадаһы ҡатынды 21-се дауаханаға алып бара. Әммә ҡатындың ғүмерен һаҡлап ҡалып булмай.