Бәләкәй эшҡыуарлыҡ — идеянан алып тормошҡа ашырғанға тиклем» тип аталған эшҡыуарлыҡ форумы башланды. Унда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү проблемалары һәм юлдары, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы саралары хаҡында һөйләшеү, шулай уҡ халыҡтың мәшғүллеген арттырыу өсөн яңы предприятиелар булдырыу мәсьәләләрен тикшереү күҙаллана. Хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов әле беҙҙең студия менән тура бәйләнештә.