Ни өсөн Рәсәйҙә илһөйәрлек тойғоһо түбән?

Тулыраҡ: Ни өсөн Рәсәйҙә илһөйәрлек тойғоһо түбән?

Республика хөкүмәтендә патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби хеҙмәткә әҙерлек буйынса ведомство-ара координацион советы ултырышында ҡатнашыусылар ошо һорауға яуап эҙләне. Төрлө тәҡдимдәр яңғыраны. Совет республикала “Йәш әрме” хәрәкәте булдырырға ҡарар итте.

Патриотик йырҙар, тигеҙ сафтар. Муса Гәрәев исемендәге тәүге осошға әҙерлек биреүсе мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәре тигеҙ рәттәргә теҙелеп, төшкө ашҡа китеп бара.

Егеттәр 7, ә ҡыҙҙар 5 класстан һуң, хәрби тормош менән йәшәй башлай.

Денис Ғәлиев осоусылар династияһын дауам итеүсе. 15 йәшлек үҫмер үҙ иленең патриоты булып тәрбиәләнеүен ҙур ғорурлыҡ менән телгә ала

Уҡыу йортона инергә теләүселәр бихисап. Йыл һайын бер урынға 40-лап егет-ҡыҙ дәғүә итә.

Республикала рухлы ир-егеттәр һәм ҡыҙҙар әҙерләгән уҡыу йорттары аҙ. Шуға ла йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү тәүге урынға сыға, тип билдәләнеләр ведомство-ара координация советы ултырышында. Ошо йүнәлештә әүҙем эш алып барған ике тиҫтә кешене “Рәсәй патриоты” миҙалы менән бүләкләнеләр.

Элекке традицияларҙы ҡайтарыу һәм йәштәрҙә гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби хеҙмәткә әҙерләү йәһәтенән “Йәш әрме” хәрәкәте булдырыла. Хәрәкәткә хәрби-патриотик үҙәктәр, эҙәрмәндәр отрядтары һәм ошо йүнәлештә эш алып барған төбәктең барлыҡ ойошмалары берләшә.

Ватан өсөн аямай ғүмерен биргән яҡташтарыбыҙ бихисап. Тап ошо ҡаһармандарыбыҙ батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тора. Йәш быуын уларҙы белеп, үрнәк алып, ғорурланып үҫһә, йәмғиәттә ватансылыҡ тойғоһо көслөрәк булыр ине.