Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Париждағы полиция хеҙмәткәрен үлтереү яуаплылығын “Ислам дәүләттәре” төркөмө үҙ өҫтөнә алған, тип хәбәр итә “Амак” агентлығы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә иртән билдәһеҙ ир эштән ҡайтып барған полиция хеҙмәткәренә бысаҡ менән ташлана. Аҙаҡ уның ҡатыны менән балаһын ҡулға алып, йорттарында бикләнә. Енәйәтсене тотор өсөн бинаны штурм менән алырға тура килә. Өйҙә ҡатындың үле кәүҙәһе табыла. Ул да полицияла эшләгән булған. Өс йәшлек балалары иҫән.

Дүшәнбе Нью-Йоркта билдәһеҙ ир балалар майҙансығында атыу асҡан. Биш кеше йәрәхәтләнгән. Зыян күреүселәр 15-тән 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр. Улар дауаханаға оҙатылған, ғүмерҙәренә зыян янамай. Полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү алып бара. Ҡулға алыныусылар әлегә юҡ.

Японияла 800 ашыу кеше дауаханаға эләккән. Быға илдәге юғары һауа температураһы сәбәпсе. Эҫе ҡапҡандарҙың яртыһы 65 йәштән өлкәндәр. Үлем осраҡтары теркәлмәгән. Бер-нисә аҙна термометр бағанаһы 30 градустан юғары күтәрелә. Синоптиктар, быйылғы йәй эҫе була тип вәғәҙәләй. Үткән йыл Японияла эҫе торған һауа шарттары арҡаһында йөҙҙән ашыу кеше вафат булып, 53 меңгә яҡыны дауаханаға оҙатылғайны.