Республика ҡала һәм райондарында бөгөн 70-тән ашыу баҫма берҙәм мәғлүмәт даирәһен тәьмин итә. Мәғлүмәткә мохтаждарҙың ихтыяжын файҙаланыу өсөн улар ниндәй талаптарға яуап бирә. Республикала иң оло йәштәр гәзите бөгөн һуңғы номерын нәшергә әҙерләй. 1923 йылдан иҫәпләгән тарихында ул төрлө атамалар, мәҡәләләр, үҙгрештәр кисергән. Ленинсыға яҙылыр өсөн өҫтәп йәнә бер нисә ижтимағи-сәйәси баҫма алдырырға тура килгән мәлдәр ҙә булған. Хәҙер иһә гәзиттең данаһын аныҡлайһы ла килмәй. Йәштәр ҡағыҙға баҫылғанды уҡымай, күберәк интернет мәғлүмәткә ышанып бирелә. Йәштәр гәзитен тик электрон киләсәк көтһә, атамаһын күңелен йәш тотҡан һәр кемгә ҡулланырға рөхсәт иткән Йәшлек гәзите көнитмешенә зарланмай. Республика милли матбуғатында киң танылған был баҫма хеҙмәткәрҙәре тоғро уҡыусыларыбыҙ бар, уларҙың заманса талаптарына яуап бирергә әҙербеҙ, ти. Бөгөнгө яңылыҡтарҙың береһе — Йәшлек Йәншишмә менән берләшеп, ижади көстәрҙе нығытырға әҙерләнә.
Кешеләрҙә нисектер, миндә әле өмөт бар. Был иһә Республика баҫмалары араһында иң күп данаһы менән маҡтана алыр гәзиттең девизы. Мабуғатҡа хас оптималләштереү тигән хикмәт уны ла урап үтмәгән. Хәбәрселәр һаны башҡа баҫмаларҙағылай ҡыҫҡарған, улар шулай уҡ күп яҡлы белгестәргә әйләнгән. Көн дә уҡыусыларыбыҙ менән аралашып, һөйөнөс-зарҙарын тыңлап торабыҙ, ти редакция барлыҡҡа килгән көндән алып эшләгән Резеда Кадикова.
Сирек быуат элек үҙ уҡыусыларына өмөт вәғәҙә иткән Өмөт гәзите бөгөн дә ышанысты юғалтмай. Заман талаптарын иҫәпкә алып бар сығанаҡтарҙың берҙәм эшләүенә өлгәшеү – матбуғат баҫмаһының тәү маҡсаты. Башҡа гәзит-журналдар кеүек үк ҡағыҙға баҫылған ғәҙәти өлгөнән тыш баҫманың электрон бите уңышлы эшләй.
Көн талаптарына яуап бирер өсөн мәғлүмәт биреү ысулдары, технологиялар, яңылыҡтар үҙе үҙгәреп тора. Яраҡлашырға тура килә. Аҙнаһына ике-өс түгел бер, әммә берәгәйле һан, төрлө уҡыусы ҡатламдарына иҫәпләнгән ҡушымталар. Матбуғат хеҙмәткәрҙәре эҙләнеүҙәр һәм ижад юлында.