Оксана Тимофеева һауа судноһына айырым хистәр кисерә. Осоу менән алты йылдан ашыу шөғөлләнә. Һәр самолеттың үҙ холҡо һәм осоу ҡағиҙәһе бар, ти ҡатын. Оксана һәр осоуға етди әҙерләнә. Ул шулай уҡ пилотаж төркөмөнөң йөрөтөүсеһе. Шуға ла яуаплылыҡ икеләтә арта, ти осоусы. Составта барлығы дүрт самолет. “Первушино” аэродромы төркөмө Рәсәйҙә үтә еңел класслы самолеттарҙа горизонталь-динамика алымдарын эшләгән берҙән-бер төркөм. Оҫталар араһында шулай уҡ осоусы Сергей Миңлеғолов та бар. Ҡунаҡтар өсөн матур тамаша әҙерләгән. Самолеттар бер өҫкә күтәрелде, бер түбән осто. Төрлө вираждар, пикеға китеү һәм башҡа алымдар. Килгән һәр тамашасы хайран ҡалды. Авиашоу менән бергә ҡунаҡтар өсөн байрам концертты ойошторолдо. Беҙҙең телекомпания сараның мәғлүмәт партнеры. Балалар Бөйөк Ватан һуғышы, Афган һәм Чечня локаль һуғыштары ветерандарына сәскәләр бүләк итте.
“Первушино” аэродромында хәйриә концерты һәм авиашоу үтте
“Первушино” аэродромында хәйриә концерты һәм авиашоу үтте