1932 йылдың майында Ишембай ауылы янындағы 702-се скважинанан, 680 метр тәрәнлектән, тәүге нефть фонтаны урғылып сыҡҡан. Был көн рәсми рәүештә Башҡортостан нефтен асыу көнө тип иҫәпләнә, быйыл ошо датаға 90 йыл тулыу билдәләнә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә йыл башында мөһим юбилейға әҙерләнеү һәм уны ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуйғанын иҫкә төшөрҙө. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Башҡортостан нефте юбилейын лайыҡлы кимәлдә уҙғарырға кәрәк.
90 йыл элек Башҡортостанда нефть сығарыу башланған
90 йыл элек Башҡортостанда нефть сығарыу башланған