Ҡаты киҫәтеү

Ҡаты киҫәтеү

Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылындағы мәктәп 1-се сентябргә файҙаланыуға тапшырылмаған осраҡта төҙөлөш министрына ҡарата етди саралар күреләсәк, тип иҫкәртте. Республика Хөкүмәтендәге сираттағы оператив кәңәшмәлә үткән аҙна ваҡиғаларына йомғаҡ яһалды һәм ағымдағыһына бурыстар билдәләнде. Тәү сиратта, төбәк башлығы Баймаҡ районына эш сәфәре барышында асыҡланған мәсьәләлрҙе хәл итергә саҡырҙы. Баймаҡтағы балалар поликлиникаһы төҙөлөшөн дә йыл аҙағына тиклем тамамлау маҡсаты ҡуйылды. Төркмән ауылындағы быуатҡа яҡын тарихы булған мәктәпте иһә капиталь ремонт буйынса федераль программаға индерергә кәрәк, тине Рәдий Хәбиров. Ғәҙҙәтәгесә, көн ҡаҙағында — республикалағы санитар-эпидемиологик хәл. Төбәктә һуңғы тәүлектә коронавирус менән ауырыуҙың 287 мең 308 осрағы теркәлгән. 160 пациент стационарҙа, 526-һы амбулатор дауалана. Һуңғы ете көндә сирлеләрҙең һаны 46%-ҡа кәмегән. Ауырыу осраҡтарының түбән булыуына ҡарамаҫтан, коронавирус инфекцияһының сираттағы тулҡынына тиклем иммунитет нығынып өлгөрһөн өсөн Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ревакцинацияһы дауам итә. Уҙған аҙнала ғына 21 мең кеше ҡабаттан прививка эшләткән. Шулай уҡ, Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” тигән акция дауам итә. Сәләмәтлек поездарының мобиль бригадалары 6 маршрут буйынса эш алып бара. Бер ай эсендә 14 меңдән ашыу кешегә медицина тикшереүе үткәрелгән. Оператив хеҙмәттәрҙең аҙна ваҡиғаларына ҡағылышлы мәғлүмәттәре араһында республика халҡының социаль селтәрҙәр аша иң йыш юллаған мөрәжәғәттәр исемлеге лә бар. «Инцидент-менеджмент» системаһында уҙған аҙнала теркәлгән һорауҙар араһында социаль хеҙмәтләндереү һәм яҡлау, юлдар, төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса мәсьәләләр көнүҙәк. Ә бына сүп-сар сығарыу, хәүефһеҙлек, төҙөлөш һәм архитектура өлкәһенә ҡағылышлы мөрәжәғәттәр киреһенесә кәмегән. Ауыл хужалығы ла көн тәртибендә. Яҙғы сәсеү эштәре 66 процентҡа тамамланған. Вице премьер — ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдереүенсә, төбәктең ауыл хужалығы предприятеларының субсидияларға булған ихтыяждары тулыһынса ҡәнәғәтләндерелгән. Республика аграрийҙары 9,5 миллиард һумға ташламалы кредиттар аласаҡ. Рәсәйгә ҡаршы индерелгән сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, яңы техника менән тәьмин итеү ҙә дауам итә. Быйыл ғына меңәрләгән ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған. Шулай ҙа, льготалы программаларҙа 14 райондың ҡатнашмауына төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Муниципалитеттарҙың да коммуналь техника паркы яңыртыла. Был маҡсатта ҡала һәм райондарға 1,5 миллиард һумға яҡын аҡса бүленгән. Башҡортостан юлдарына килгәндә, был миҙгелдә 700 километр юлды ремонтлау, 87 километрҙы яңынан һалыу, шулай уҡ, 17 күперҙе төҙөкләндереп, яңы 8 күпер һәм юл үткәргесен төҙөү күҙаллана. Төбәк башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Көньяҡ ҡапҡаһына айырыуса иғтибар бирергә һәм ундағы ямпаның һәр миллиметрын еренә еткереп эшләргә ҡушты. Оператив кәңәмәлә инвестиция эшмәкәрлегенә лә йомғаҡ яһалды. Тәүге кварталда ғына Башҡортостан иҡтисадына 70 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән. Тағы ла бер яҡшы күрһәткес – Башҡортостанда торлаҡ төҙөшө арта. Һуңғы дүрт айҙа 1 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда күпкә юғары. Ошо темпты һаҡлап ҡалыу мөһим, тине республика башлығы.