Наманган һәм Андижан өлкәләренән беҙгә саф һәм киптерелгән емеш-еләк, тәмләткестәр оҙатыласаҡ, Башҡортостан Урта Азия республикаһына он, макарон, көнбағыш майы һәм шәкәр һатырға йыйына. Ошо хаҡта Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға эш сәфәре барышында билдәле булды. Делегация етәксеһе — Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры — Алексей Гусев белдереүенсә, республиканың бизнес даирәләре ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлеккә иҫәп тота. Бөгөнгә Үзбәкстан менән 1 миллион 76 мең долларҙан ашыу суммаға 5 килешеү төҙөлгән. Шулай уҡ төбәктә күмәртәләп һатыу менән шөғөлләнгән Наманган фермерҙары продукцияһын һаҡлауға тәғәйен өҫтәмә базалар төҙөү буйынса инвестпроектты бойомға ашырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуҡат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә республика делегацияһының Үзбәкстандағы эш сәфәре 19 майҙа тамамлана.
Башҡортостан эшҡыуарҙары Үзбәкстан сауҙагәрҙәре менән хеҙмәттәшлекте яйға һала
Башҡортостан эшҡыуарҙары Үзбәкстан сауҙагәрҙәре менән хеҙмәттәшлекте яйға һала