Меркет мәргәне -2022

Меркет мәргәне -2022

Ауырғазы районынан „Айыҡ ауыл„ конкурсында еңеүсе Мораҙым ауылында „МЕРКЕт мәргәне -2022„ халыҡ уйындары һәм ярыштары республика фестивале уҙҙы. Сара тиҫтәнән ашыу уҡсыны бергә йыйҙы. Был ябай булмаған бәйгелә мәргәнлектә һәм етеҙлектә үҙ көстәрен теләгән һәр кем һынап ҡарарай ала.Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке-Бәпес ауылынан Асҡар Ишбирҙин һыбай уҡтан атыу ярышында беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Һыбай уҡтан атыусылар араһында быйыл беренсе тапҡыр гүзәл заттар ҙа ҡатнашты.Һыбайлылар тиҙлеккә лә, атта сабып барған килеш уҡтан атыу буйынса мәргәнлектә лә көс һынашты. Йәш мәргән уҡсылар араһында ҡыҙҙарҙың күплеге хайран ҡалдырҙы. Уҡтан атыусы ярышсыларҙың иң өлкәненә 57 йәш булһа, иң кесеһенә 5 йәш. Конкурста ҡатнашыусыларҙың боронғо башҡорттарҙың кейемдәре — бүрек, елән, салбар, итек кейеүҙәре бәйгенең мөһим шарты булып тора. Сараның Мораҙым ауылында ойошторолоуы ла юҡҡа түгел. Меркеттәр бөгөн Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә билдәлелек яулаған шәхестәре менән ғорурлана.