Нуриман районында билдәһеҙҙәр аҡҡошҡа атып ҡанатын яралаған. Ҡыҙыл китапҡа индерелгән ҡошҡа Өфөнөң ветеринария клиникаларының береһендә операция эшләгәндәр. Әле ул реабилитация үтә һәм киләсәктә йәнә иреккә ебәрәләсәк. Аҡҡош ҡулға өйрәнһә лә, вольерға инергә ҡурҡа әле. Тик шунһыҙ уның яралары уңалмаясаҡ, ти йәш егет. Был аҡҡоштың Шәйҙәковтарҙың ғаиләһенә эләгеүе осраҡлы түгел. 14 йәшлек Александр бер-нисә йыл ҡош-ҡорт үрсетеү менән шөғөлләнә. Йәш егеттең хужалығында үҙ инкубаторы, 80-дәш ашыу тауығы һәм ике ҡаҙы бар. Тап шуның өсөн дә ҡанаты һынған аҡҡошты уға биргәндәр. Өфө клиникаларының береһендә ветеринарҙар аҡҡошҡа 6 сәғәтлек операция эшләп, ҡанатына 8 араса ҡуя. Хәҙер иһә Александр көн һайын уға уколдар яһай, әсәһе менән яраларын эшкәртә. Ҡыҙыл китапҡа индерелгән ҡошҡа тағы ла бер-нисә көнлөк реабилитация үтер кәрәк. Уның киләсәк яҙмышы әле асыҡ ҡала. Зыян күргән тағы бер аҡҡош әле Дмитрий Стрельниковта реабилитация үтә. Был аҡҡош иһә ҡулға килеү түгел, ә эргәһенә кешене лә яҡынлатмай. Ҡоштоң бындай ҡылығы икеләтә ҡыуандыра, ти Дмитрий. Сөнки киләсәктә ул йәнә иреккә сыға аласаҡ. Был аҡҡошты Мишкә районынан алып килгәндәр. Шаһиттар һүҙҙәренсә, ул ҙур тиҙлектә бағанаға һуғылған. Бәхеткә күрә, ҡаты яралары юҡ. Ҡыҙғанысҡа, үткән йылда республикала аҡҡоштар бер-нисә тапҡыр браконьерҙар ҡорбаны булған. Белгестәр әйтеүенсә, яраланған ҡыр хайуандарын тапҡан осраҡта, тәү сиратта, махсус хеҙмәттәргә йә ветеринарҙарға мөрәжәғәт итер кәрәк.
Аҡҡоштар йәнә браконьерҙар ҡулына эләккән
Аҡҡоштар йәнә браконьерҙар ҡулына эләккән