Республика ҡан ҡойоу станцияһында 10 тоннанан ашыу ҡан компоненттары һаҡлана. Был төбәктә йәшәгән мәрхәмәтле кешеләр ярҙамында йыйылған. Үҙ теләге менән ҡан биреүселәргә ихтирам күрһәтеү йәһәтенән бөтә донъяла Донорҙар көнө билдәләнә. Миллионлаған кеше ғүмерен һаҡлап ҡалғаны өсөн бер ваҡытта ла күрмәгән донорҙарға бурыслы.
Әмир Даянов оҙаҡламай аяғына баҫасаҡ. Ай элек ҡаты авариянан һуң ул күп ҡанын юғалта һәм донор ярҙамында ғына иҫән ҡала. Егеткә литрҙан ашыу ҡан һәм уның компаненттарын ҡойғандар. Тимәк уның өсөн тиҫтәгә яҡын кеше ҡан тапшырған тигән һүҙ. Максим Гаврилов – кеше ғүмеренә битараф булмаған стажлы донор. 29 йәшенә ул 71 тапҡыр ҡан тапшырған. Республика ҡан ҡойоу станцияһында әле ун тоннанан ашыу ҡан һәм уның компоненттары һаҡлана. Бындай ҙур күләм мәрхәмәтле һәм изге күңелле кешеләр ярҙамында йыйылған. Донор булыу – изге эш. Ҡан бушлай тапшырылһа ла, кеше ғүмерен ҡотҡарыу кеүек изге ниәт менән йәшәүселәр йәмғиәтебеҙҙә бихисап. Республика ҡан ҡойоу станцияһы әле ҡытлыҡ кисермәй. Әммә ҡанға мохтажлыҡ бермә-бер арта.