Башҡортостан контроль иҫәп – палатыһында яңы етәксе

Тулыраҡ: Башҡортостан контроль иҫәп – палатыһында яңы етәксе

Бөгөн Республика йортонда дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Фиҙаҡәр эшенә юғары баһа алған алдынғылар араһында сәнәғәттең төрлө өлкәлә, дәүләт хеҙмәте, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре бар.

Төҙөүселәр, уҡытыусылар, журналистар, ауыл эшсәндәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре – бүләкләнеүселәр үҙ һөнәри өлкәһендә оҫталығын танытҡан, һәләтле, үҙенсәлекле кешеләр, тип билдәләнде тантанала. Тап ошо мөкиббән шәхестәр илһөйәрлек, эшһөйәрлек һәм тәрән яуаплылыҡ өлгөһөн күрһәтә. Улар республика өсөн ғорурлыҡ тойғоһон нығыта. Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалар заводы эшсеһе Фатима Хәлитова һөнәрҙе ирҙәр йәиһә ҡатын-ҡыҙ өсөн, тип айырмай. Иретеп йәбештереүсе эшен үҙе генә яратып ҡалмай, ҡыҙында ла ошо һөнәргә һөйөү тәрбиәләгән.