Бөгөн халҡыбыҙҙың танылған батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө

Тулыраҡ: Бөгөн халҡыбыҙҙың танылған батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө

Милли герой, Башҡортостан символы, милләттең рухын сағылдырған шәхес. Бөгөн халҡыбыҙҙың танылған батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө. Замандаштарыбыҙ ошо исем менән был көнгә ҡарата ниндәй фекерҙәр белдерә. Башҡортмон тигән һәр кемдең үҙен Салауат Юлаев тип хис итер хоҡуғы бар. Халыҡтың йөҙөн танытҡан, милли рухын билдәләгән тарихи шәхестәрҙең ысын рәсеме һаҡланмаһа ла, уларҙың исеме атамаларҙа, һәйкәлдәрҙә мәңгеләштерелеп, боронғо яҙма биттәренән халыҡ хәтеренә күсә. Һәм быуындан-быуынға тапшырылып килә. Был эште тәү сиратта музейҙар үҙ иңенә ала. Батыр исемен таратыуға йәнә Өфө буйлап сәйәхәт ойоштороусылар тырышлыҡ һала. Салауат урамы, Салауат Юлаев проспекты, парктар, баҡсалар, һәйкәлдәр, бизнес-үҙәк. Араларында иң киң танылғаны спорт клубы. Төбәктә генә түгел илдә билдәле хоккей командаһы. Салауат Юлаев исемендәге майҙан һәм Салауат Юлаев һәйкәле Өфө һәм уның ҡунаҡтары өсөн тотош Башҡортостан символы. Башҡалаға ер, һауа һәм тимер юлынан ингән һәр кемде тап ошо символдың ҡаршы алыуы тәрән мәғәнәгә эйә. Республикала батыр исеме тағы ла киңерәк таралған – ижади эштәр өлкәһендәге уңыштар өсөн Дәүләт премияһы, юғары ҡаҙаныштар өсөн Орден, ҡала, район атамалары, сәнғәт ынйылары, әҙәбиәт әҫәрҙәре, мәмерйә, алдынғы хужалыҡтар. Һәммәһе лә тарихҡа ихтирам һәм милләткә дан йөҙөнән. Хәйер, республикала йәшәгән бер милләткә генә түгел. Салауат Юлаев Урал һәм Волга буйы төбәге халыҡтарының уртаҡ символы. Халыҡты ғәҙеллек өсөн көрәшкә күтәргән батыр исеме бөгөн дә милләт-ара татыулыҡ, уртаҡ ергә һөйөү һәм һаҡсыллыҡ тойғоларын тәрбиәләй. Салауат Юлаев биографияһын өйрәнгән тарихсылар 18-се быуатта барлыҡҡа килгән берҙәмлек идеяһы күпме һынауҙар үтеп әле лә илдең ҡеүәтен нығытыуын дәлилләй. Бәлки шуға ла башҡорт халҡының данлы улы тарихта илһөйәр булараҡ юйылмаҫ эҙ ҡалдырған. Быуаттар үтеүенә ҡарамаҫтан Салауат Юлаевтың исеме халыҡ хәтеренән юйылмай. Юйылырға тейеш тә түгел. Халҡы һәм ере өсөн ғүмерен аямаған батыр исеме бөгөн дә ватанға һөйөү тәрбиәләү өлгөһө булып ҡалһын.