Башҡортостанда пляждар эшләй башланы

Тулыраҡ: Башҡортостанда пляждар эшләй башланы

Республикала рәсми 82 һыу инеү урыны иҫәпләнә, уларҙың 56-һы әҙер ҙә инде. Өфөлә иһә быйыл 11 пляж эшләйәсәк. Әлегә уларҙың унауы асылған. Тиҙҙән Шаҡша биҫтәһендә лә яңы ял итеү урыны барлыҡҡа киләсәк. Яҡында йәшәүсе халыҡ яр буйын сүп-сарҙан таҙартҡан һәм унда пляж булдырыласаҡ. Үҙ йүнеңде үҙең күр, ти халыҡ мәҡәле. Шаҡша халҡы һыу инеү урынын үҙҙәре тәртипкә килтерергә ҡарар иткән. Кешеләр яр буйын һәм йылға төбөн сүп-сар һәм ҡалдыҡтарҙан таҙартҡан. Халыҡ һыуҙың сифатын да тикшерергә йыйына. Тиҙҙән, Шаҡша биҫтәһендә урынлашҡан пляжға төҙөлөш ойошмалары ҡом алып килеп йәйәсәк һәм пляжды төҙөкләндерәсәк. Ата-әсәләр бында өлкәндәргә генә түгел, балаларға ла һыу инеү урыны буласаҡ, тип өмөтләнә. Пляждарҙа һәм яр буйҙарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен оноторға ярамай. Мәҫәлән, Дуҫлыҡ монументы янында һыу төшөргә рөхсәт ителмәй. Ошо хаҡта махсус белдереүҙәр ҙә хәбәр итә. Әммә, кешеләр ҡурҡмайынса йылғаға инә. Әйткәндәй, рөхсәт ителмәгән урында һыу ингән өсөн ябай кешегә 2 меңдән 5 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Инспекторҙар билдәләүенсә, рәсми пляждар махсус рәүештә бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителә. Мәҫәлән, балалар өсөн һыу инеү урыны, тәрәнгә төшмәҫ өсөн билдәләр, кейем алыштырыу бүлмәләре һәм башҡа йыһаздар. Бынан тыш, уларҙың янында ҡотҡарыусылар дежур итә. Башҡортостанда һыу объекттарында именлекте тәьмин итеү буйынса 25 инспектор эшләй. Уларға 20 штаттан тыш хеҙмәткәр ярҙам итә. Инспекторҙар яр буйҙарында аңлатыу эштәре алып бара һәм ошо турала белешмә тарата. Быйыл Башҡортостанда 17 кеше һыуға батып үлгән. Уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда был 4 кешегә аҙыраҡ. Белгестәр билдәләүенсә, күпселеген ял итеүселәр билдәләнмәгән урындарҙа һәм эскән килеш һыу ингәндәре өсөн күңелһеҙ ваҡиғаларға тарый. Рәсми пляждар араһында эшләмәгәндәре лә бар. Яҙын Өфөнөң Киров районында урынлашҡан ярҙы һыу баҫҡан һәм ҡомдо ағыҙып алып киткән. Бында әле һаман төҙөкләндереү бара. Белгестәр әйтеүенсә, рәсми пляждар йылға көслө аҡмаған һәм өйрөлтмәк булмаған урындарҙа эшләнә. Ял итеүселәргә быны ла иҫтән сығарырға ярамай.