Республика башлығы Торатауҙа һабантуйҙар уҙғарыуҙы тыйҙы. Был хаҡта ул оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Урындағы халыҡ һәм ғалимдар менән аралашҡандан һуң Радий Фәрит улы шундай ҡарарға килгән. Изге тау — беҙҙең хазина. Сапсандарҙың оя ҡора торған урыны. Радий Хәбиров туристар өсөн бөтә шарттар булдырырға ҡушты. Үзбәкстанға рәсми эш сәфәре һөҙөмтәләре, тәүге килешеүҙәр һәм республика йәшәйешенең көнүҙәк мәсьәләләрен барлаған ултырыштан Ғәзиз Лоҡманов репортажы.Үткән аҙнаның эшлекле көнитмешен Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға сәфәре билдәләне. Ә дүшәмбе кәңәшмәһендә уның тәүге һөҙөмтәләре иғлан ителде. Республика Ҡараҡалпаҡстан өлкәһе, Сәмәрҡанд һәм Ташкент ҡалалары менән даими бәйләнештәрҙе нығытып ҡайтҡан. Делегация составында барған 96 эшҡыуар 300-ҙән ашыу осрашыу уҙғарып 200 миллион долларлыҡ килешеүҙәр төҙөүгә өлгәшкән. Урта Азиялағы был илдән Башҡортостан балаҫ, туҡымалар, йәшелсә, емеш-еләк һәм башҡа тауарҙар һатып алырға килеште, беҙ Үзбәкстан өсөн ауыл хужалығы һәм сәнәғәт продукцияһы менән ҡыҙыҡлы. Иң һөҙөмтәле тип билдәләнгән бизнес миссиянан Башҡортостан 30 миллиард һумлыҡ ниәттәр менән ҡайтты, быйыл йәй Сибай ҡалаһында үтәсәк “Урал аръяғы” инвестһабантуйында тәүге миллиард ярымға килешеүҙәр төҙөләсәк. Радий Хәбиров туризм министрлығына Башҡортостан өсөн Сәмәрҡандты асыу бурысын йөкмәтте. Аҙналағы халыҡсан мәсьәләләргә туҡталғанда иң борсоғаны социаль һорауҙар менән бәйле. Бының сәбәбе яңы түләүҙәргә бәйле. 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалары булған мохтаж ғаиләләр был айҙа пособие ала башланы. Мөрәжәғәттәр күп булғанлыҡтан, ғаризаларҙы ҡарау оҙаҡҡа һуҙыла, шарт буйынса 1 айғаса ваҡыт бирелә тип аңлаттылар социаль мәсьәләләр өсөн яуаплы чиновниктар. Радий Хәбиров халыҡҡа аңлатыу эшен көсәйтергә ҡушты.Юлдағы соҡорҙар был юлы мөрәжәғәттәр исемлегендә икенсе урында булһа ла проблема юҡҡа сыҡты тигәнде аңлатмай. Юл һыҙаттарын ваҡытында буярға һауа торошо ҡамасаулай. Соҡор ямауҙа башҡараһы эштәр етерлек, тине төбәк етәксеһе.Туҡтауһыҙ ямғырҙар сәсеү кампанияһына ла үҙ мәшәҡәттәрен өҫтәй. Ҡайһы бер райондарҙа майҙа айлыҡ норманан 320 процентҡа тиклем яуым-төшөм теркәлгән. Кисәге көнгә Башҡортостан аграрийҙары планда билдәләнгәндән майҙандарҙың 72,4 процентында эштәрҙе теүәлләгән. Киләһе аҙнанан көндәр йылыта тигән фараздарға өмөт итәбеҙ, тине үҙ докладында вице-премьер Илшат Фәзрахманов. Өмөт менән был көндәрҙә сығарылыш синыф уҡыусылары Дөйөм һәм Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуға әҙерләнә. Быйыл ул пандемияға тиклемге ғәҙәти режимда ойошторола – математика һәм рус теленән һынау мотлаҡ. Кампанияның тағы бер яңылығы ойоштороу мәсьәләһенә бәйле. Бөтә эштәр электрон форматта таратыласаҡ.Дүшәмбелә халыҡ-ара спорт көрәше көнө билдәләнде. Радий Хәбиров кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы был байрам менән ҡотлап республикала спорттың был төрөн үҫтереү алдынғы йүнәлештәр исемлегендә булыуын билдәләп китте. Мәктәптәрҙә көрәште үҫтереү проектында әле 83 белем усағы ҡатнашһа, киләсәктә уларҙың һаны 200-гә етергә тейеш. Өфөлә төҙөлөп ятҡан Көрәш һарайы эргә-тирәһен комплекслы үҫтереү менән йәнәш барырға тейеш тине Радий Хәбиров.Радий Хәбиров КОВИД-19-ға ҡаршы прививканы ҡабаттан эшләтергә ҡарар итеүен белдерҙе. Республикала Коронавирус буйынса хәл тотороҡло, тенденция кире яҡҡа үҙгәрмәһен өсөн ревакцинация кампанияһы әүҙемләштерелә. Был эшкә райондар дәррәү ҡушылды, әле 513 мең кеше прививканы ҡабаттан эшләткән. Август аҙағына тиклем төбәк халҡының 1 миллиондан ашыуын ревакцитнациялау планы ҡуйылған.
Торатауҙа һабантуйҙар уҙғарылмаясаҡ
Торатауҙа һабантуйҙар уҙғарылмаясаҡ