Күҙ мөгөҙсәһенә операция

Күҙ мөгөҙсәһенә операция

Өфө күҙ хирургтары күҙ алмаһының алғы өлөшөндә лазер ярҙамында ярыны алып ташлай һәм ауырыу билдәләре яңынан килеп сыҡмай. Юлай Салауат улы оҙаҡ йылдар себер тарафтарында эшләй. 15 йыл элек тыуған яғы Ишембай районы Ишәй ауылына ҡайтып төпләнә. Һуңғы ваҡытта күҙ йыш ҡысый, ауырта башлағас, офтольмологҡка мөрәжәғәт итергә тура килә. Юлай Салауат улының күҙ алмаһының алғы өлөшөндә яры барлыҡҡа килгән. Птеригиум –пациенттарҙың тәүге осорҙа күреү һәләтен боҙмай. Күпселек ауылда йәшәгән, яланда, химия заводтарында эшләгән кешеләр ошо проблема менән мөрәжәғәт итә. Күҙ алмаһының алғы өлөшөндәге йоҡа ғына ярыны ошондай алым менән тәүгеләрҙән булып Сингапур фәнни-тикшереү институтында операция ярҙамында дауалайҙар. Рәсәйҙә иһә 4 йыл элек иң беренселәрҙән Өфөләге институтта тәүге операция яһала. Фемтолазер ярҙамында башҡарылған операциянан һуң яра эҙҙәре ҡалмай һәм ауырыу билдәләре яңынан килеп сыҡмай. Операция барышында пациент үҙ аңында һәм ул 15-20 минут дауам итә. Иртәгәһенә хирург пациентты ҡарағандан һуң, әгәр һөҙөмтәләр яҡшы икән, үҙен һәйбәт тойһа, өйгә ҡайтарыла. Заманса йыһазландырылған операция бүлмәһендә стериль талаптар. Микроклимат, йылылыҡ, дымлылыҡ һәр ваҡыт контролдә һәм пациент та, хирург та өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Юлай Салауат улы операцияның йәһәт үтеүенә бер аҙ баҙап та ҡалды. Башҡортостанда үткән йыл 400-ҙән ашыу ҡәҙимге операция башҡарылған. Был һан Сингапурҙан да артып китә. Республикала йәшәүселәр өсөн мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса операция бушлай.