Дәүләкәндә Украинала махсус операцияла мәлендә һәләк булған Артур Батыровты һуңғы юлға оҙаттылар. Республика Башлығы Радий Хәбиров мәрхүмдәрҙең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға генерал Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы. Ғәҙел, тырыш, изге күңелле кеше. Артур Батыров күптәр өсөн батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Ул Көнбайын хәрби округының беренсе танк армияһының взвод командиры булып хеҙмәт итә. 15 апрелдә Украинала баш күтәргән нацистарға ҡаршы махсус операция барышында геройҙарса һәләк була.Дәүләкән ҡалаһының дүртенсе лицейының 9 классын тамамлағандан һуң, ул 103-се һөнәри училищела ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштерә. 2012 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инә һәм шул йылда уҡ үҙ теләге менән хеҙмәт итергә юллана. 2014 йылдан 2019 йылғаса ул армия генералы Хрулев исемендәге хәрби академияла уҡып лейтенант дәрәжәһен ала.Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Башҡортостан Башлығы Указы менән лейтенант Артур Батыровҡа үлгәндән һуң генерал Миңлеғәле Шайморатов ордены бирелде. Уның алдында баш эйеп, һуңғы юлға оҙатырға яҡындары, яҡташтары, дуҫтары йыйылды. Республика етәксеһе Радий Хәбиров мәрхүмдең яҡындарын ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ, тине. Төбәк башлығы Дәүләкән районы хакимиәте алдында үҙ еренең данлы улы Артур Батыровтың хәтерен мәңгеләштереү бурысын ҡуйҙы. Тыуған иле, халҡы өсөн янып йәшәгән батыр халыҡ хәтерендә лә ныҡлы урын алды.
Дәүләкән батыры Батыров
Дәүләкән батыры Батыров