Ваҡытһыҙ ғүмере өҙөлгән йәш шағир Йәмил Сәйҙәлиевтың “Баймағымда алһыу таң атты” исемле китабының исем туйы үтте. Уны нәшер итеүгә Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлыҡ иткән. Йыйынтыҡтың презентацияһы ла Башҡорт дәүләт университетындағы Мостай Кәрим исемендәге ижадханала уҙҙы. “Был ысын шағир китабы, уның һәр бер һүҙе йөрәккә үтеп инә, ижадының оҙон ғүмерле булырына ышанам” тине китапты сығарыу теләген белдергән фонд директоры, Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова. Йәмил Сәйҙәлиев бала-саҡтан шиғырҙар яҙған, бер ижади конкурстан да ситтә ҡалмаған, һәләте уның нәҫелдән килә, ти Йәмилдең әсәһе Фәниҙә Оморҙаҡ ҡыҙы.Китапҡа Йәмил Сәйҙәлиевтың төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, мәҡәләләре, эсселары һәм әкиәттәре тупланған. Уларҙа бәхетле бала-саҡ, дуҫлыҡ, әсәйгә, тыуған иленә, тәбиғәткә һөйөү сағыла, башҡорт теленә, еренә дан йырлана. Башҡорт рухлы егет үҙ халҡының шағирҙарына, яратҡан шәхесе Мостай Кәримгә арнап та шиғырҙар яҙған. Ул “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе лә булған.
Баймағымда алһыу таң атты
Баймағымда алһыу таң атты