Башҡортостанда бөгөн мәктәптәрҙә Һуңғы ҡыңғырау уҙғарыуға бәйле спиртлы эсемлектәр һатыу сикләнә. Был алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу менән шөғөлләнгән эшҡыуарлыҡ субъекты предприятиеларына ҡағыла. Ә дөйөм туҡланыу предприятиеларында был тыйылмай. Талапты боҙған өсөн штраф ҡаралған. Вазифалы кешеләргә – 20-40 мең һум, юридик берәмектәргә – продукцияны конфискациялау менән бергә йәки унһыҙ 100-300 мең һум. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы йыл каникулдарында, Йәштәр көнөндә, Белем байрамында һәм һабантуйҙар уҙғарылған көндәрҙә лә республикала спиртлы эсемлектәр һатыу сикләнә.
Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр һатыу сикләнә
Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр һатыу сикләнә