Благовар районының Мирный ауылы халҡы инде өсөнсө йыл рәсми булмаған приют менән көрәшә. Элекке совхоз бинаһында әле 100-гә яҡын эт һәм бесәй иҫәпләнә. Приют хужаһы иһә ауыл халҡын ишетергә лә теләмәй. Был мәсьәлә лә кем ғәйепле? 2019 йылдың аҙағында Мирный ауылы уртаһында урынлашҡан ике ҡатлы бинала эт һәм бесәйҙәр өсөн приют асылғандан һуң биләмәлә тыңғылыҡ бөтә. Ә эҫе көндәрҙә түҙеп торғоһоҙ әсе еҫ тора. Сөнки йорт хайуандарын бер кем дә ҡарамай, ти урындағы халыҡ. Эттәрҙең бер туҡтауһыҙ өрөүе урындағы халыҡҡа тыңғы бирмәй. Ә әсе еҫ арҡаһында хатта туғандар ҡунаҡҡа килергә баш тарта, ти Мирный ауылында йәшәүселәр. Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, үткән йылда берәҙәк эттәр ауыл халҡының бер-нисә тауығын ашаған. Тик приют хужаһы иһә, эттәр беҙҙеке түгел, тип ышандыра.Рәсми булмаған приюттан ике йөҙ метр ғына алыҫлыҡта балалар баҡсаһы һәм мәктәп урынлашҡан. Тик ата-әсәләр балаларын яңғыҙын урамға сығарырға ҡурҡа. Сөнки аҙна һайын Мирный ауылы урамдарында яңы берәҙәк эттәр осрай. едераль законға ярашлы, һәр приют кәмендә ике метр бейеклеклегендәге ҡойма, махсус вольер, ветеринар пункты, административ-хужалыҡ хеҙмәте бүлмәһе менән тәьмин ителергә тейеш. Благовар районы ветеринар хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, өс йыл эсендә приюттағы эт һәм бесәйҙәргә бер тапҡырҙа прививка эшлгәндәре булмаған. Сәбәбе ябай. Килгән һайын приютта бер кемдә юҡ. Мирный ауылы хакимиәте башлығы белдереүенсә, приют хужаһы иһә әңгәмәнән баш тарта. Әле Мирный ауылы халҡы үҙ тыныслығын һәм мәнфәғәттәрен яҡлап ғариза менән төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт иткән. Тик ыңғай һөҙөмтәләр әле юҡ.
Эт менән эт булма йәки хужаһыҙ эттәр
Эт менән эт булма йәки хужаһыҙ эттәр