Өфө районындағы “Алтын көҙ” ширҡәте баҡсасылары ғәҙеллек талап итә

Өфө районындағы “Алтын көҙ” ширҡәте баҡсасылары ғәҙеллек талап итә

Милек хужаларының бер төркөмө берлекте тәьмин итеүгә тәғәйен иғәнә менән маҡсатлы аҡса йыйыу күләмдәрен алтын хаҡы менән сағыштыра, икенселәр хаҡтарҙың хеҙмәттәргә ҡарата тиң икәнен раҫлай. Яҡтар фекерен беҙҙең хәбәрселәр ентекләп тыңланы. “Алтын көҙ” ширҡәте баҡсасылары бөгөн һыуүткәргестең көйлө эшләүенә һөйөнөп бөтә алмай. Егерме йыл баҡса тотҡан Ирек Әптекәйев һыуҙың сәғәтләп кенә бирелгән саҡтарын яҡшы хәтерләй. Һыу бар, әммә сәй ҡайнатыр әмәл юҡ. Күрше урамда йәшәгәндәр ток көсөргәнеше етмәүгә зарлана. Баҡсасылар тап ошо проблеманы хәл итеү маҡсатында ҡулаҡса йыйып яңы трансформатор һатып алыр өсөн тапшырған. Әммә үҙгәрештәр юҡ, тиҙәр. Бер нисә йыл элек идараны яңы рәйескә тапшырған “Алтын көҙҙә” яңы ҡарарҙар ҡабул ителгән. Һыу, юл, электр тәьминәте, сүп-сар сығарыу кеүек көнкүреш хәстәрлектәренә маҡсатлы аҡса йыйыуҙар ойошторолған. Йыллыҡ иғәнәләр күләме лә ҡапыл икеләтә артып 1400 һумға еткән. Республика буйынса теркәлгән уртаса күрһәткес менән сағыштырғанда был күпкә юғары. Тиҫтәләгән милексе хәҙер түләнгән аҡсаның һәр тиненә отчет талап итә. Ширҡәт рәйесе: “Документтар тәртиптә”, — тип яуап бирә. Аҡса көнүҙәк маҡсаттарға йүнәлтелгән. Көтмәгәндә сафтан сыҡҡан һыу скважинаһын яңыртырға тура килгән. Аҡсаны бер маҡсаттан икенсеһенә алмаштырып тотоноуҙың сәбәбен рәйес ширҡәт азаларының түләмәүҙәре менән аңлата. “Алтын көҙ” йәмғиәте баҡсасыларының бер төркөмөнә, ысынлап та, баҡсасы иғәнәһе түләмәгән өсөн суд ҡарарҙары тапшырылған. 17 йыл буйына бурыстарға юл ҡуймаған Зилә Нәсхетдинова хатта ҡорос атына арест һалыныу тураһында иғлан алған. Дөйөм йыйында ҡабул ителгән ҡарар менән килешмәгән баҡсасылар, үҙ сиратында, мәнфәғәттәрен яҡлауҙы үтенеп судҡа мөрәжәғәт иткән. Бәхәс сығанағын күрмәгән баҡсасылар иһә ризаһыҙҙар зарын хупламай. Улар йәш тә, эшлекле лә рәйестең тәртип өсөн көрәше яҡлы. Ә баҡсасыларҙың хәстәрлеге етерлек. Берҙәм көс менән берҙәм ҡарар булһа, участкалар комплекслы кадастр иҫәбенә алыныр, төҙөкләнер, сүп-сар сығарыу майҙандары ҡоролор ине. “Алтын көҙ” баҡсасылыҡ йәмғиәтенә юлдар мәсьәләһен дә хәл итергә тура киләсәк. Уларҙың сифаты яҡшыларҙан түгел. Шуға ла ризаһыҙлыҡ бар. Яңы ташлы юл түшәргә йәнә аҡса кәрәк.Әйткәндәй, маҡсатҡа ярашлы түләүҙәр нигеҙендә һалынған юл хаҡының бер өлөшөн ширҡәт кире ҡайтара ала. Баҡсасыларға ярҙам тураһында ҡарар быйыл апрелдә, Өфөлә үткән баҡсасылар форумында ҡабул ителде. Компенсация бирелгән хеҙмәттәр исемлеге юл төҙөлөшө менән генә лә сикләнмәй. Дәүләт ярҙамына иҫәп тотор өсөн баҡсасы ширҡәтенең эшмәкәрлеге асыҡ булырға, ул рәсми теркәлергә, банк иҫәбен асырға һәм һалым бурыстарына юл ҡуймаҫҡа тейеш. Башҡортостан быйыл баҡсасыларға ярҙамға бюджеттан 100 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтә