Өфөнөң ял итеү урындарында йәй миҙгеленә әҙерлек эштәре дауам итә

Өфөнөң ял итеү урындарында йәй миҙгеленә әҙерлек эштәре дауам итә

Быйыл баш ҡалала бөтәһе ун пляж эшләйәсәк. Шулай уҡ июндә халыҡ Өфө паркының асылыуына шаһит була ала. Көндәр тиҙҙән йылыныу менән янғын сығыуға ла иғтибар арта. Ошо һәм башҡа мәсьәләләр Ҡала хакимиәтендә сираттағы ултырышта ҡаралды. Июндә Ҡала көнөнә Сипайлово биҫтәһендә яңыртылған “Ҡашҡаҙан” паркы тантаналы рәүештә асыласаҡ. Һыу инеү миҙгеленең асылыуына ла һынаулы ғына көндәр ҡалды. Ял итеү урындарының әҙерлеге-төп мәсьәләләрҙең береһе. Быйыл Өфөлә бөтәһе ун рәсми пляж эшләйәсәк. 1 июндә ҡотҡарыусылар дежурға сыға. Әле ял итеү урындарын сүп-сарҙан таҙартыу, тирә-яҡты дезинфекциялау һәм һыу аҫтын таҙартыу эштәре бара.Сираттағы ултырышта янғын темаһына ҡағылышлы мәсьәләләр күтәрелеп сыҡты. Ярты йыл эсендә Өфөлә 746 янғын сыҡҡан. 35 кеше тән йәрәхәттәре алған, 17 кешенең ғүмере өҙөлгән. 2022-се йылдың май башынан алып Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим башланды. Шунлыҡтан тыйылған урындарҙа усаҡ яғыу тыйыла. Ошо аҙна аҙағында “1000 велосипедсы көнө” марафоны үтәсәк. Ул Өфөнөң Ленин майҙанында башланып Салауат Юлаев майҙанында тамамалана. Марафонда ҡатнашыу бушлай. Өфө мэры күләмле сараны ойоштороусыларға ҡала халҡын ниндәй урамдарҙың ябылыуы хаҡында алдан иҫкәртеүҙәрен һораны.