Республика етәксеһе башланғысы менән тормошҡа ашырылған был проект тыуған ерен яратҡан һәм уға файҙа килтерергә теләгән йүнсел һәм әүҙем замандаштарыбыҙҙы берләштерә. 2021 йылдың мартында тормошҡа ашырыла башлаған проект порталына бер йыл эсендә ике меңдән ашыу ҡатнашыусы теркәлгән. Әлеге ваҡытта биш мең ярымға яҡын изге эш тормошҡа ашырылған, республикабыҙ ҡалалары һәм ауылдары үҫешенә 570 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған. Проекттың быйылғы еңеүселәре тип 12 меценат билдәләнде. Айдар Әсвәт улы Әлибаев отставкалағы полковник. 23 йыл ғүмерен хәрби табип хеҙмәтенә бағышлаған. Парашют десанты төркөмө табибы булараҡ үҙе лә 400 тапҡыр парашют менән ырғыған. Отставкаға сыҡҡас, 2010 йылдан Йоматау шифаханаһында баш табиб, дауалау буйынса директор урынбаҫары вазифаһын үтәй. “Атайсал” проектында ҡатнашыуы осраҡлы түгел. Бәләкәй ватанына ярҙам итеүҙе улар ағаһы менән күптән башлаған. Айҙар Әсвәт улы өсөн йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү мөһим бер миссия. Тыуған яғы Салауат районы Тирмән ауылына ағаһы менән хәрби техника алып ҡайтып ҡуйыуы ла ана шул эште дауам итә. Хыялыын тормошҡа ашыра, Салауат районының Тирмән ауылында хәҙер обелиск янында БТР машинаһы тора.Республика етәксеһе башланғысы буйынса тормошҡа ашырылған Атайсал проекты тыуған ауылы, районы йә ҡалаһы үҫешенә үҙ өлөшөн индергән, бәләкәй Ватанының бөгөнгөһенә битараф булмаған булдыҡлы замандаштарыбыҙҙы берләштерә. Мәсетле районы Ишәле ауылында хаҡлы ялда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе Фәниә Тәхәүетдинова 6 проекты менән Атайсал порталында теркәлгән. Уның тырышлығы менән урындағы мәҙәниәт усағына капиталь ремонт эшләнгән, ауылда өр-яңы иман йорто барлыҡҡа килгән, балалар майҙансығы төҙөлгән, Ишәле һәм Ҡорғат ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар иҫтәлегенә стеллалар ҡуйылған.Фәниә Илһам ҡыҙының ауылдаштары өсөн эшләнгән тағы бер проекты — икмәк бешереү йорто. Был ысын мәғәнәһендә социаль йүнәлешле эш. Эшҡыуар ғаиләһе менән бергә пекарня асылғас та, изгелек акцияһы булдыра. 80 йәштән үткән пенсионерҙарҙы, тыл ветерандарын, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡандарҙы һәм күп балалы ғаиләләрҙе айына 2 тапҡыр бушлай хеҙмәтләндерәләр.2021 йылда Башҡортостанда старт алған “Атайсал” проектының тәүге 12 еңеүсеһе Яҡташлыҡ көсө форумы сиктәрендә билдәле булды.Ҡала һәм райондарҙа меценатлыҡты үҫтереү, Атайсал проектын артабан йәнләндереү юлдарын район хакимиәте етәкселәре лә әүҙем өйрәнә. Меценатлыҡ артабан үҫешһен өсөн был йүнәлеште дәүләт кенә түгел, ә беҙ урындарҙа үҫтерергә тейешбеҙ, ти улар.Атайсал проекты сиктәрендә бер йыл эсендә республикала йөҙләгән балалар һәм спорт майҙансығы, 200-ҙән артыҡ шишмә үҙәндәре ипкә килтерелгән, мәсеттәр төҙөлгән, ҡорамдар тергеҙелгән һәм ауыл ҡалаларҙа бихисап саралар ойошторолҡан.
«Атайсал - кесе Ватан”
«Атайсал - кесе Ватан”