Республиканың милли архивы “Минең шәжәрәм” тип исемләнгән ғилми – ғәмәли эштәр конкурсына йомғаҡ яһаны. Бишенсе тапҡыр ойошторолған конкурс был юлы Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 210 йыл тулыуға арналды. Конкурс 8-11 класс уҡыусылары менән колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары араһында уҙғарылды. Комиссияға бөтәһе 136 эш ташырылған. Уларҙы ғалимдар баһаланы. Конкурстың төп маҡсаты –йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү. Конкурста ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Уның географияһы ла киңәйә. Сит төбәктәрҙән дә эштәр ҡабул ителгән. Йәш генеалогтар араһынан Ғафури районынан Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Искәндәр Шәймарҙанов гран-приға лайыҡ булды.Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы Профсоюздар йорто залында уҙҙы. Шунда уҡ конкурсҡа ебәрелгән эштәр күргәҙмәһе лә ойошторолдо.
Минең шәжәрәм
Минең шәжәрәм