Ишембай районы Ҡолғона ауылының урта белем биреү мәктәбе уҡыусылары Һуңғы ҡыңғырау мәлендә Ноғман Мусин исемендәге премиялар менән бүләкләнде. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһының исемен мәңгелләштереү буйынса киләсәктә күп эштәр башҡарыласаҡ. Ҡолғона ауылының Ноғман Мусин исемендәге урта белем биреү мәктәбендә туғыҙынсы классты уңышлы тамамлаған уҡыусылар өсөн һуңғы ҡыңғырау байрамы үтте. Иң саф мәлдәрҙең береһе-бала саҡ һәм мәктәп менән хушлашып, оло тормошҡа аяҡ баҫа улар. Ошо арала уларға имтихандарҙы тапшырып, үҙҙәре һайлаған һөнәр буйынса уҡырға инергә генә ҡала. Белем биреү учреждениеһында бөтәһе 90 бала иҫәпләнә. Уҡыуын унынсы класта дауам итергә теләүселәр ҙә юҡ түгел. Ун йыл дауамында мәктәп туғыҙынсы классҡа тиклем тип һаналһа, быйыл унынсы класс та өҫтәлгән. Бөтәһе алты уҡыусы мәктәп программаһын артабан дауам итергә ҡарар иткән. Ҡолғона ауылында урынлашҡан мәктәпкә 2021-се йылда Ноғман Мусин исеме бирелә. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы васыятын үтәп, һуңғы ҡыңғырау байрамы мәлендә Ноғман Мусин исемендәге премияға лайыҡ булған балаларҙы ла тәбрикләнеләр. Ул уҡыу йылында үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтеп, төрлө сараларҙа ҡатнашҡан, бишле билдәләренә генә өлгәшкән балаларға тапшырыла. Премияға быйыл ике уҡыусы лайыҡ булды.Өлгөлө уҡыусыларға Ноғман Мусин исемендәге премияны тапшырыу өсөн шәхестең туғандары килгәйне. Бындай сараны йыл һайын үткәрергә иҫәп тота улар. Ноғман Мусин исемен мәңгелләштереү буйынса республикала күп эштәр башҡарыла. Уның исемендәге премияны , мәҫәлән, киләсәктә республика кимәленә сығарыу, рухын күтәреп таҡтаташ булдырыу ниәте менән янып йәшәй әҙиптең туғандары.
Ноғман Мусин исемендәге премиялар тапшырылды
Ноғман Мусин исемендәге премиялар тапшырылды