Мәктәп-гимназиялар һуңғы ҡыңғырау тауыштарына күмелде

Мәктәп-гимназиялар һуңғы ҡыңғырау тауыштарына күмелде

Быйыл республикала 17 меңгә яҡын сығарылыш класс уҡыусылары белем усаҡтары менән хушлашты. Алда уларҙы имтихандар көтә. Рәми Ғарипов исемендәге беренсе башҡорт гимназияһының 11-се Б классы өсөн һуңғы класс сәғәте үтте. Резида Шәрәфетдинова уларға ике йыл етәкселек иткән. Уҡытыусылары менән улар мәктәп йылында булған ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп көлөп тә, илап та алды. Мәктәп менән хушлашыу, әлбиттә, һәр кемгә ауыр. Рәми Ғарипов исемендәге беренсе башҡорт республика гимназия-интернатын 9 классты -120, ә 11-ҙе 147 уҡыусы тамамлаған. Быйыл үҙҙәре һайлаған һөнәр буйынса гимназия эсендә өҫтәмә белем алған класстар ҙа бар. 2020-се йылдан алып белем биреү учреждениеһы Өфөнөң ике юғары уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек итә. Уҡытыусылары менән класс сәғәтен үткәргәндән һуң, балалар ҙур тантанаға йыйылды. Сығарылыш уҡыусылары был көндө ғүмерлеккә хәтерендә ҡалдырырлыҡ итеп ойоштора. Ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Быйыл Өфөнөң 119 дөйөм мәктәбендә 4 мең 853 ун беренсе класс уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Мәктәп, гимназияла үткән һуңғы ҡыңғырау байрамынан һуң барлыҡ уҡыусылар Салауат Юлаев майҙанына йыйылды. Улар бында иҫтәлеккә фотоға төшә һәм иң мөһиме-вальс бейей. Күләмле сарала барлыҡ сығарылыш класс уҡыусылары ғына түгел, ә уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар ҙа ҡатнашты. Бейеү флешмобына улар күптән әҙер ине, ти ойоштороусылар.Уҡыусыларҙы алда имтихандар, онотолмаҫ сығарылыш кисәһе көтә. Әйткәндәй, 26 майҙан уҡ беренсе берҙәм дәүләт имтиханы башлана. Имтихандар 2 июлгә тиклем дауам итә.