Төбәк башлығы Радий Хәбиров өфөлөләрҙе асыу тантанаһына саҡырҙы. Әлеге мәлдә төҙөүселәр яр буйын нығыта, пляжға махсус, кварцлы ҡом килтерелгән, күл тирәләй юлдар түшәлә. Ҡашҡаҙан тураһындағы тәүге мәғлүмәттәр 18 быуаттан билдәле. Был күл Ҡариҙел йылғаһының боронғо үҙәнендә урынлашҡан. Уның оҙонлоғо 1 саҡырым булһа, киңлеге 300 метр тирәһе. Ял итеү урыны булараҡ Ҡашҡаҙан паркы 20 йыл элек барлыҡҡа килгән. Паркты күләмле төҙөкләндереү 2020-се йылда башланғайны. Әлеге көндә яңыртылған ял итеү һәм күңел асыу майҙаны 80 процентҡа әҙер. Башлыса юлдарға махсус япмалар, плиталар һалыу кеүек эштәр атҡарыла. Әҙерлек барышын төбәк башлығы Радий Хәбиров килеп ҡараны. Ысынлап та, бығаса Ҡашҡаҙан күле менән бәйле күңелһеҙ хәлдәр бихисап теркәлде. Ҡала халҡы йыш ҡына һыуҙың бысраҡлығына, насар еҫкә зарлана торғайны.Ҡашҡаҙан Рәсәйҙәге иң яҡшы парктарҙың береһе булыр, тип көтөлә. Бигерәк тә, тулыһынса таҙартылып йыһазландырылған күл ҡала халҡының күңеленә хуш килде. Төп яңылыҡтарҙың береһе, күҙәтеү нөктәһе булараҡ, яр буйлап ҡурайҙың 7 тажын хәтерләткән 7 пирс ҡуйылған.Иртәнге сәғәт булыуға ҡарамаҫтан, күл буйында кеше күп. Башлыса, йәш әсәйҙәр сабыйҙары менән сыҡҡан. Ҡашҡаҙан өлкән быуындың да яратҡан ял итеү урыны.Ҡашҡаҙан күле Сипайлово ғына түгел бөтә Өфө ҡалаһының да ғорурлығы. Хәҙер инде үҙенең таҙалығы менән дә. Башҡортостандағы иң ҙур, яҡтыртылған һәм музыкалы фонтан да тап Ҡашҡаҙан күленең уртаһында урынлашасаҡ. Паркты асыу тантанаһы 12 июнгә планлаштырылған.
3 аҙнанан яңыртылған Ҡашҡаҙан паркы асыла
3 аҙнанан яңыртылған Ҡашҡаҙан паркы асыла