18 йәшкәсә һинең балаң, бәлиғ булғас һинеке түгел!

18 йәшкәсә һинең балаң, бәлиғ булғас һинеке түгел!

Башҡортостанда инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр ошондай проблема менән тап булған. Улар бихисап документ йыйып, опекунлыҡ органдары алдында мөмкинлеге сикләнгән балаларын тәрбиәләргә тейешлеген раҫларға мәжбүр. Ни өсөн улай килеп сыҡҡан һуң? 17 йәшлек Богдан Шипиловҡа һәр яҡлап ярҙам кәрәк. Ата-әсәһе уны ашата-эсерә, икенсе бүлмәгә сығарыша, йыуындырыша һәм ябай кеше бер ҡыйынлыҡһыҙ башҡарған башҡа хәжәттәрен эшләшә. Людмила Шипилова тормош иптәше менән инвалид улын тәрбиәләй. Бүлмә башҡа тиҫтерҙәренән айырылған үҫмер өсөн йыһазландырылған. Бында Богдан тотоноп йөрөһөн өсөн шарттар тыуҙырылған. Малайға тиҙҙән 18 йәш тула. Ошо йәш алдынан ғаиләнең проблемаһы башланған да инде. Мөмкинлеге сикләнгән баланы артабан да тәрбиәләр өсөн опекунлыҡ органдары егермеләгән документ таптыра. Электрон документ алып барыу осоронда ата-әсәләргә төрлө ведомстволарҙан белешмәләр килтерергә кәрәк. Был оҙаҡ ваҡытты ала. 2020 йылдың декабрендә Рәсәй хөкүмәте ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, ата-әсәләргә һәм инвалид балаларына медицина тикшереүе үтергә тигән пункт алып ташланған. Был документ йыйыуҙы еңеләйткән, әммә закон барыһы өсөн дә закон түгел икән. Ошондай уҡ мәсьәлә менән ваҡытында Наталья Сорг осрашҡан. Хәҙер уның мөмкинлеге сикләнгән улына 23 йәш. Ул проблемаларҙы еңеп сыҡҡан, хәҙер бындай хәлгә тарыған ата-әсәләргә ярҙам итә. Асыҡланыуынса, ҡайһы бер опекунлыҡ органдары вәкилдәре ҡарар тураһында яҡшылап белеп етмәй. Шул арҡалы белгестәр мөмкинлеге сикләнгән балаларын тәрбиәләгән ата-әсәләрҙән төрлө документтар таптыра һәм уларҙы төрлө ведомстволар баҫҡыстарын тапарға мәжбүр итә. Мәсьәләне хәл итеү һәм яйға һалыу маҡсатында ата-әсәләр, опекунлыҡ органдары хеҙмәткәрҙәре һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзалары осрашыуы үтте. Унда проблеманы уртаға һалып, әңгәмәләштеләр. Хакимиәт белгестәре ата-әсәләрҙе ишеттек, тип ышандырҙы. Бында кадрҙар етмәү мәсьәләһе лә бар. Был мәсьәләгә күҙәтеү органдары әлегә ҡыҫылмаҫҡа ҡарар итте. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре етешһеҙлекте тиҙ арала бөтөрөргә һәм Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллеге министрлығына опекунлыҡ органдары вәкилдәре араһында белемдәрен камиллаштырыу өсөн махсус курсттар уҙғарырға ҡушты.