Республикала “Айыҡ ауыл-2021” конкурсы дауам итә

Республикала “Айыҡ ауыл-2021” конкурсы дауам итә

Финалға барлығы 54 ауыл үткән. Улар араһында Йылайыр районының Сәләх ауылы ла бар. “Бәләкәй тораҡ пунктар” номинацияһында ауыл был конкурста инде икенсе йыл рәттән ҡатнаша. Илдус Солтанов хәҙер Сәләх ауылында үткән бер сараны ла ҡалдырмай. Балта оҫтаһы шешәнән баш тартҡас, тормош ҡырҡҡа үҙгәрҙе, ти. Буш ваҡытында мәктәптә балаларға сатраш һәм шахмат серҙәренә лә өйрәтә. Альбина Байназарова ла ауылдың йәме. Ул бәйләгән йөн ойоҡтар, шәлдәр Сәләх ауылында йәшәүселәрҙе ҡыуандыра. Өс йыл элек тормош иптәше мәрхүм булғадан һуң, ул алты балаһы менән яңғыҙы ҡала. Төшкөнлөккә бирелеп ханым эскелеккә бирелә. Тик ауыл халҡы шунда уҡ ярҙам ҡулы һуҙа. Хәҙер күп балалы әсә ҡатын-ҡыҙҙарҙы тегеү һәм сигеү серҙәренә өйрәтә. «Айыҡ ауыл» конкурсы республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ул йәнә тергеҙелде. 2020 йылда Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡарары менән конкурстың приз фонды ун тапҡырға арттырылды.Ҡырҡ ике йорттан торған Сәләх ауылы инде икенсе йыл рәттән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. Еңгән осраҡта улар, тәү сиратта, урындағы мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт эшләйәсәк.Сәләх ауылында бар мәҙәни саралар һәм байрамдар урындағы мәҙәниәт йортонда үтә. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты ла ошо бинала яҙғандар. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, айыҡ тормоштоң бөтә кешелек өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә булыуын аңлатаһы ла түгел. Ә был конкурс иһә Сәләхтәрҙе тағы ла берләштерҙе.Ялан-урмандар, йылға-күлдәр уратып алған, хозур тәбиғәтле ауылға 1926 йылда нигеҙ һалынған. 2026 йылда Сәләх ауылы үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. 150-нән ашыу кеше йәшәгән ауыл әле бер татыу ғаилә кеүек тормош көтә. Урындағы халыҡ үҙ көсө менән мәсет төҙөгән. Әле «Айыҡ ауыл» республика конкурсында һынау тотҡандар өсөн интернет аша тауыш биреү этәбы башланды. Ул 1-се июнгә тиклем дауам итәсәк. Конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы июнь аҙағында үтәсәк.