Сит ил техникаһына Башҡортостан предприятиеларында етештерелгән лайыҡлы алмаш

Тулыраҡ: Сит ил техникаһына Башҡортостан предприятиеларында етештерелгән лайыҡлы алмаш

Башҡортостан предприятиеһы бейек биналар төҙөлөшөн еңеләйтеүсе яңы ҡоролма уйлап тапҡан.Уның ярҙамында илдә 50-60 ҡатлы йорттар һалыу мәмкинлектәре киңәйәсәк. Туймазы автобетон насостары заводында 150 метр юғарылыҡҡа тиклем бетон ҡыуа торған яңы ҡоролма эшләп сығарғандар. Ошонда уҡ нефть резервуарҙарында янғын һүндереү өсөн махсус техника етештереүҙе яйға һалғандар. Камаз платформаһында эшләнгән бетон ҡыуғыс тәү ҡарашҡа бик ябай күренһә лә предприятие уға ҙур өмөттәр бағлай. Бетононасос илдә төҙөлөш тармағын яңы кимәлгә күтәрергә тейеш. Рәсәйҙә әлегә бындай техника бөтөнләй юҡ. Техниканың осһоҙ килеп сығыуы күпселек деталдәрҙең үҙебеҙҙә етештерелеүенә һәм ҡатмарлы механизмдарҙың булмауына бәйле. Импортты алмаштырыу идеһы менән барлыҡҡа килгән ҡоролма ҡулланыуҙа бер аҙ мәшәҡәтлерәк, сөнки бетон ҡыуа торған торбаларҙы стена буйлап ҡулдан ҡорорға тура килә. Шулай ҙа техниканың уңайлы яҡтары ла етерлек. Был иһә бетон ташыу машиналарын йыйыу цехы. 1980 йылда төҙөлгән завод тәүге көнөнән үк ошо йүнәлеш буйынса эшләй. Айына предприятие 350 берәмек ҡоролма йыя ала. Аҙаҡ ул Камаз шассиларына урынлаштырылып һатыуға сығарыла. Ҙур яуаплылыҡ менән Земфир Хәбиров һәр деталде ентекләп иретеп йәбештерә. Был мискә бетон болғауыстың бер өлөшө генә. Өс өлөштән торған һауыт бергә ҡушыла, артабан тигеҙләү, унан буяу цехына оҙатыла. Туймазы заводы төҙөлөш өсөн кәрәкле ҡоролмаларҙың бөтә циклын етештерә. Бында күсмә бетон заводын да, материалды ташыусы техниканы ла уны төҙөлөш майҙанына күтәреүсе насос станцияларын да йыялар. Етештереүселәр бер урында тормай. Бетон ҡыуғыс насос нигеҙендә эшләнгән был янғын һүндереү техникаһы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Уны хатта сит илдәрҙән дә һатып алырға теләүселәр бар. Етештереү сылбыры бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан. Яҡшы уйланылған логистика транспорт сығымдарын кәметергә һәм продукцияның хаҡын тотҡарларға мөмкинлек бирә. Шуға ла завод 35 йылдан ашыу Рәсәй һәм яҡын сит ил баҙарында алдынғы урынды бирмәй, әйткәндәй беҙҙең илдә бетон ташыусы техника етештереүсе был берҙән-бер предприятие булып тора.