Ни өсөн Башҡортостан фермерҙары һәм крәҫтиәндәр үҙ тауарын үҙ ерендә һата алмай?

Тулыраҡ: Ни өсөн Башҡортостан фермерҙары һәм крәҫтиәндәр үҙ тауарын үҙ ерендә һата алмай?

Рәсәйгә сит ил тауарҙарын индереү тыйылғас илдәге етештереүселәргә иғтибар артты. Хәҙер улар баҙарҙы аҙыҡ-түлек һәм башҡа продукция менән тәьмин итергә тейеш. Әммә, ауыл эшсәндәренә һәм ябай халыҡҡа үҙҙәренең тауарҙарын һатыуы йәғни баҙарҙа сауҙа итеүе мөмкин түгел. Сифатлы ризыҡ етештергән йүнселдәргә бөтмәҫ кәртәләр һәм бюрократия менән көрәшергә тура килә. Ни өсөн Башҡортостан фермерҙары һәм крәҫтиәндәр үҙ тауарын һата алмай. Сауҙа кәштәләрендә ризыҡ тулып ята. Йәнең ниндәйен теләй һатып ал. Ләкин, йәшелсәнең күпселеге сит илдән килтерелгән. Ошондай уҡ хәл емеш-еләк кәштәләрендә күҙәтелә. Аҙыҡ-түлек алыҫ сит илдәрҙән һәм элекке союз дәүләттәренән килтерелә. Йәшелсәгә ҡарағанда емеш-еләктең 90 проценттан ашыуы беҙҙеке түгел. Гөлзәйнәб Йәрмөхәмәтова баҡсаһында үҫтергән йәшелсә-емешен урамға сығарып һата. Пенсионер артып ҡалғанын ташламаҫ өсөн шулай итә. Ә иң мөһиме ул былай ҙа аҙ булған пенсияһына өҫтәп аҡса эшләргә теләй. Ләкин, Өфөлә бөтә ерҙә лә сауҙа итергә ярамай. Әйткәндәй, ҡала халҡының байтағы тап урамда сауҙа иткән инәйҙәрҙән аҙыҡ-түлек һатып ала. Улар билдәләүенсә, сауҙа кибеттәренә ҡарағанда баҡсала үҫтерелгән йәшелсә-емеш экологик яҡтан таҙа. Баш ҡалала бер нисә урында ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн майҙансыҡ булдырылған. Унда һәр кем килеп үҙенең тауарын һата ала. Әммә, урын барыһына ла етмәй. Ял көндәрендә иһә аралашсылар һәм етештереүселәр араһында талаш-тартҡылаш та хәҙер ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Николай Шляпкин һәм Александр Хотнянский бер нисә йыл инде бергәләп эшләй. Фермерҙар картуф, кишер, сөгөлдөр һәм башҡа төр йәшелсә үҫтерә. Уҙған йылда йүнселдәр 3 мең тонна картуф, 1 мең ярым тонна кишер һәм 500 тонна сөгөлдөр сауҙаға сығарған. Әммә, баҙарҙың үҙ ҡанундары. Фермерҙар барыһына ла үҙҙәре үҫтергәнен һата алмай. Быйыл фермерҙар 180 гектар картуф, 30 гектар кишер һәм 10 гектар сөгөлдөр ултыртҡан. Көҙөн улар картуфтан ғына 5-6 мең тонна уңыш йыйып алырға иҫәп тота. Йәшелсәне үҫтерер, йыйып алыр өсөн техникаһы ла, эшсе ҡулдар ҙа, һаҡлар өсөн урын да бар. Тик, ауыл уңғандарының баҙар өлкәһендә хәл итәһе мәсьәләләре байтаҡ. Әйткәндәй, Өфөлә ауыл хужалығы етештереүселәренә сауҙа майҙансыҡтары булдырылған. Улар законға ярашлы талаптарға ла яуап бирә. Башҡортостан хужалыҡтары халыҡты үҙебеҙҙә етештерелгән картуф, ит, һөт һәм йомортҡа менән тулыһынса тәьмин итә. Ошо турала Ауыл хужалығы министрлығынан белдерәләр. Бынан тыш, республика ҡымыҙ һәм бал етештереү буйынса Рәсәйҙә алдынғы урындарҙа килә. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереү буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә етенсе баҫҡысты биләй. Әммә сифатлы ризыҡ етештереүселәр һаман урамда сауҙа итергә мәжбүр. Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр фекеренсә, төбәктә импорт ризыҡтарын алыштырыу һәм етештереүселәргә ярҙам итеү ниәте,башлыса, ҡағыҙҙа ҡына ҡала.