Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров килде. Ул Рәсәй президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһен ҡараны һәм Өфөләге бер-нисә етештереү предприятеһы һәм ойошма эшмәкәрлеге менән танышты. Был бырауҙар хәҙер күмәк ҡулланышҡа алынған. Киҫеүсе һәм ярыусы ҡасауҙарҙы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән Буринтех фәнни-етештереү предприятиеһы инженерҙары уйлап сығарған һәм әүҙем файҙаланыуҙы бойомға ашырған. Яңы ҡорамалдар быраулау тиҙлеген ҡырҡа арттырып скважина төҙөүгә киткән сығымдарҙы кәметергә булышлыҡ итә. Бөгөн был йыһаздар сит илдә етештерелгән өлгөләрҙән кәм түгел һәм Америка, Яҡын Көнсығыш, Төнъяҡ Африка һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренә һатыла. Игорь Комаров предприятиела ҡулланылған технологиялар һәм етештереүҙе ойоштороу кимәленә юғары баһа бирҙе.Рәсәйҙең иң ҙур компанияларының береһе, нефть-газ сығарыу тармағы өсөн юғары технологик ҡорал һәм реагенттар уйлап табып етештереүсе “Буринтех” яҡшы сифатлы тауар етештереп кенә ҡалмай, ә эштәрҙең тулы циклына сервис хеҙмәттәре күрһәтеп, комплекслы инженер технологиялары менән дә тәьмин итә. Әлеге ваҡытта компания нефть һәм газ быраулауҙа ротор-идара системаһын төҙөү өҫтөндә эшләй. Бындай тәртиптә эшләгән йыһаздарҙың донъяла тиңе юҡ. Рәсәйҙә нефть газ сығарыу тармағы ротор-идара системаһын ҡулланғанда тулыһынса сит ил хеҙмәтләндереү компанияларына бәйле. Яңы проект ошо хәлде үҙгәртеүҙе лә күҙ уңында тота.Рәсәйҙә тәүгә етештерелә башланасаҡ йәнә бер тауар өлгөһө – һигеҙенсе ҡан факторы препаратын – Фармстандарттың Өфөвита предприятиеһы әҙерләй. Гемофилия сиренә дусарҙарға ҡан ойошоуын яҡшыртырға ярҙам итер дарыу 2022 йылдың өсөнсө сирегенән сығарыла башлай. Әлегә предприятие ошо маҡсатта яңы биналар төҙөү һәм йыһаздар хәстәрләү менән мәшғүл. 1200 квадрат метр майҙанда йылына алты миллионға яҡын ҡап етештереү күҙ уңында тотола. 80 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.Игорь Комаров менән Радий Хәбиров предприятиның күҙ дарыуҙарын полимер флакондарға тултырыу һәм быяла һауыттарҙа иньекция етештереү цехтарын ҡараны. 2020 йылдың декабренән “Өфөвита” коронавируслы инфекцияға ҡаршы вакцинаның ике төрөн ҡойоу һәм фасовкалауҙы яйға һалды. Сәнәғәт етештереү индексы йыл йомғаҡтары буйынса 259,7 процент. Быйылдан предприятие бер-нисә яңы инвестиция проектын бойомға ашырырға ниәтләй.Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең Өфөгә эш сәфәре артабан «Йәшлек House» йортонда дауам итте. Игорь Комаров һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров “Театраль Волга буйы” проектының округ бәйгеләре еңеүселәре менән осрашты. Йәштәр араһында театр сәнғәтен киң таратыу, ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең мәҙәни белем даирәһен киңәйтеү, һәүәҫкәр театр коллективтарын үҫтереүгә ярҙам итеү маҡсатын алған был күләмле фестиваль Рәсәйҙә 2019 йылға иғлан ителгән Театр йылы уңайынан Игорь Комаровтың тәҡдиме менән ойошторолған. Дәрәжәле ҡунаҡтар 2021-2022 йыл миҙгеле еңеүселәре араһында “Иң яҡшы йәштәр театры” номинацияһында еңеү яулаған «Осҡон» студент театры артистарының ижади пландары менән ҡыҙыҡһынды.Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән кәңәшмәлә санкциялар баҫымы шарттарында иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең тотороҡло үҫешен тәьмин итеү йәһәтенән көнүҙәк мөһим мәсьәләләр ҡаралды.
Игорь Комаров эш сәфәре менән Башҡортостанға килде
Игорь Комаров эш сәфәре менән Башҡортостанға килде