1 июндән Башҡортостанда ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларҙан грант конкурсына документтар ҡабул ителә. Быйыл 690 мең һумлыҡ 25 грант бүлеү ҡаралған. Ғаризаларҙы 30 июнгә тиклем ебәрергә кәрәк. Конкурста халҡы 15 меңдән артмаған ауыл биләмәһенең дөйөм белем биреү ойошмаларына эшкә урынлашҡан 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнаша. Бынан тыш, уларҙың йөкләмәһе бер ставканан кәм булмаҫҡа тейеш. Быға тиклем ошондай грант алған уҡытыусылар конкурста ҡабаттан ҡатнаша алмай.
Уҡытыусыларға гранттар
Уҡытыусыларға гранттар