1 июндән Башҡортостанда рәсми рәүештә һыу инеү миҙгеле асыла. Ял итеүселәр өсөн Өфөлә 10 пляж эшләйәсәк. Ғаилә менән ял итеү урындары таҙа, уңайлы һәм хәүефһеҙ булырға тейеш. Ә ҡотҡарыусылар ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы тик ойошторолған ял урындарында ғына һыу төшөргә саҡыра. Башҡалала бының өсөн 10 пляж эшләй. Дим районында "Карьер", Калинин районында "Ҡомло", "Гольфстрим", "Ожмах яры", Киров районында "Ҡояшлы", Ленин районында "Йылғасы" стадионы янында "Аҡ яр-Затон", "Аҡ яр- Нижегородка", Октябрь районында "Ҡояшлы яр" һәм "Сипайловолағы Сочи" пляждары.
Пляждар әҙерме?
Пляждар әҙерме?