Башҡортостанда һабайнтуйҙар башланды

Башҡортостанда һабайнтуйҙар башланды.

Йылайыр районы аыл хужалығы эшсәндәре республикала беренселәрҙән булып яҙғы сәсеү эштәрен тамамлап байрамға йыйылды. Һабантуй элек-электән ауыл хужалығы эштәренең тамамланыуын билдәләгән байрам. Республикаҙҙың көнъяғында урынлашҡан Йылайыр районы хеҙмәтсәндәре быйылғы сәсеүҙе тәүгеләрҙән тамамлап, Башҡортостанда беренселәрҙән булып һабантуйҙар парадын башлап ебәрҙе. Һабантуйҙың тантаналы өлөшө, традицияға ярашлы, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршылау менән асылды. Яҙғы-баҫыу эштәрен тамамлау хөрмәтенә Йылайырҙарҙың шатлығын уртаҡлашырға республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов, урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин, Баймаҡ, Ейәнсура, Хәйбулла райондары етәкселәре килде. Ғәҙҙәтегесә, байрамдың тантаналы өлөшөндә райондың хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләнеләр. Быйыл Йылайыр районы республикала тәүгеләрҙән булып яҙғы сәсеү эштәрен тамамланы. Былтыр ҡоролоҡ булһа, быйыл иһә майҙың ямғырлыуы булыуы аграрийҙарҙы ҡыуандыра. Райондың Бәләкәй Юлдыбай ауылынан алыҫ булмаған Ситәнбар туғайы шаулап-гөрләп торҙо. Һабантуй йәме — тирмәләр. Быйылғы сараға ла ялан буйлап теҙелгән сағыу тирмәләр байрамға йәм өҫтәп, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торҙо. Унда булған һәр кем тарихҡа тағы ла байҡау яһамайынса ҡалмай. Шуға күрә оло байрамға йыйылған ҡунаҡтарҙы тирмәләрҙә ҡаршылап, ата-бабаларыбыҙҙың боронғо тормошо, ғөрөф-ғәҙәте менән таныштырып, милли аш-һыуы менән һыйлап һәм йола байрамдарын күрһәттеләр.Көйөргәҙе районынан килгән Миңлейәр Хәйбуллин Йылайыр районы халҡы өсөн үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторған. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған тарихи ҡоралдар, биҙәүестәр, эйәр һәм башҡа экспонаттар. Байрамға килгән һәр ҡунаҡ был күргәҙмәнән ситтә ҡалманы. Байрамға килгән ҡунаҡтар өсөн төрлө спорт ярыштары ойошторолдо. Милли көрәш, һәр ваҡыттағыса, Һабантуйҙың иң тамашалы ярыштарының береһе булып ҡала. Үҙ көсөн һынап ҡарарға төрлө, хатта күрше райондарҙан береһенән-береһе көслө, таһыллы бил бирмәҫ спортсылар йыйылды. Был юлы ла иң көслө көрәшселәр тәкә менән бүләкләнде.Традицион ярыштарҙың береһе йәйәнән уҡ атыу ине. Байрамға килгән кем үҙ көсөн һынап ҡарай алды. Элек-электән башҡорт атлылары юғары баһа алып килә. Ҡунаҡтар өсөн шулай уҡ һыбайлылар төрлө алымдар ҙа күрһәтте. Һабантуй – халҡыбыҙҙың матур һәм бай йөкмәткеле байрамы. Сараға килгән һәр кем ҡәнәғәт ҡалды. Республикала сираттағы һайбантуй байрамдары 4 июндә 17 районда үтәсәк. Шулай уҡ 3 июндә республиканың, күрше өлкәләрҙең һәм яҡындағы сит илдәрҙең эшлекле даирәләре Сибайға – «Урал аръяғы-2022» инвестиция һабантуйына йыйыла.