Коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр ғәмәлдән сыға

Коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр ғәмәлдән сыға

Башҡортостанда коронавируслы инфекцияға бәйле сикләүҙәрҙең бөтөрөлөүе ихтимал. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы хакимиәтенә коронавирусҡа бәйле сикләүҙәре алыу тураһында указ әҙерләргә ҡушты. Сикләүҙәрҙе сикләү әлегә белем биреү учреждениеларында ғына көтөлә. Роспотребнадзорҙың төбәк идараһы етәксеһе Анна Казак республикала коронавируслы инфекцияға бәйле хәл тотороҡло, сир осраҡтары йыш түгел, сикләүҙәрҙе бөтөрөү хәүеф тыуҙырмаясаҡ, — тип белдерҙе. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле стационарҙарҙа йөҙҙән ашыу кеше дауалана, сирлеләрҙең биш йөҙҙән ашыуы амбулатор күҙәтеүҙә. Төбәктәрҙә вакциналау һәм ҡабаттан вакциналау кампанияһы бара. Йәнә бер сикләүҙе бөтөрөүҙе ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе үтенде. Республикала янғын хәүефе тураһындағы махсус тәртип беренсе июндән бөтөрөлә. Төбәктә ике айлыҡ яуым-төшөм нормаһының ике аҙнала яуып бөтөүе ауыл хужалығы эшсәндәрен дә һөйөндөрә. Яҙғы культуралар майҙандарҙың 84 процентында сәселгән, Әлшәй, Борай, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы һәм Баҡалы райондары сәсеү эштәрен йомғаҡлаған. Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Рәмил Нуриәхмәтов оператив кәңәшмәлә шулай уҡ мал аҙығы әҙерләүсе техниканың да 96 проценты әҙер, тип белдерҙе. Йәйҙең беренсе айында республикала бихисап мөһим ваҡиғалар көтөлә. Бөгөндән Алкинда «Патриот» паркының беренсе баҫҡысы - «Авангард» уҡыу-методика үҙәге асыла. 4 июндә иһә ошо уҡ майҙанда «Геройҙар уҙыштары»на старт бирелә. Бөтә Рәсәй ярыштарында, әҙерлек кимәленә ҡарамай, теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Башҡортостанда шулай уҡ ишкәксе слалом Үҙәгенең икенсе сиратын проектлау башланған. Радий Хәбиров Мәскәүҙә ошо спорт төрө федерацияһы конференцияһында попечителдәр советы рәйесе Сергей Лавров менән осрашыуы тураһында һөйләне. Үткән аҙналағы ваҡиғаларҙы йомғаҡлап республика башлығы Бөтә Рәсәй йәниҫәбенең тәүге һөҙөмтәләрен иғлан итте. Башҡортостанда 4 миллион 91 мең кеше йәшәй. Волга буйы фдераль округында был иң юғары һан. Хеҙмәт миграцияһы күрһәткестәре, сит ил-төбәктәрҙән килгән уҡыусылар һәм студенттар иҫәбе буйынса ыңғай сальдо теркәлә, тине Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе фекеренсә, республикала халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы ойошҡанлыҡ менән үтте. Ошондай уҡ берҙәмлекте Башҡортостан халҡы төҙөкләндереү биләмәләрен һайлап алыуҙа ла күрһәткән. Бөтә Рәсәй онлайн тауыш биреүҙә 550 мең кеше ҡатнашҡан. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев белдереүенсә, электрон тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе, Рәсәйҙә унынсы урында. 63 муниципалитет иң яҡшы дизайн проект һайлаған. Төбәктә подъезд һәм ихата төҙөкләндереү йәһәтенән маҡсатлы программалар ҙа хуплау таба. Торлаҡ-коммуналь өлкәлә йәмәғәт тикшереүе үҙәгенең төбәк етәксеһе Анатолий Дубровский йорт төҙөкләндереүгә үҙ аҡсаһын түләргә теләгән фатир хужалары бар, тип белдерҙе. Радий Хәбиров тәҡдимде хупланы. Әле торлаҡ хужалары программаны уртаҡ финанслауҙың 5 процентын үҙ иңенә ала.Күп фатирлы йорттарҙың 58 процентында хәҙерге мәлдә капиталь ремонт эштәре бара. Йыл аҙағына 766 йортта 5 ярым миллиард һумға яҡын суммаға 801 төрлө эш башҡарылырға тейеш. Йылытыу миҙгеленә тиклем ҡыйыҡ ремонтлау эштәрен тамамлау ҡаралған. Төҙөкләндереү мәсьәләһен хәл итеүҙе Башҡортостандың шифаханалары ла күптән көтә. Радий Хәбиров курорт учреждениеларының финанс хәлен асыҡлап дәүләт ярҙамы мөмкинлеген киләһе йыл бюджет иҫәбенә алырға ҡушты. Республикала шулай уҡ ял йорттарына юлламаларҙы онлайн яҙҙырып алыр өсөн уникаль IT-платформа әҙерләнә.