Өфөлә Рәсәй тимер юлдарының транспорт-логистика кәңәшмәһе уҙҙы

Өфөлә Рәсәй тимер юлдарының транспорт-логистика кәңәшмәһе уҙҙы.

Тармаҡтың киләсәгенә арналған был сараны Өфөлә ойоштороу осраҡлы түгел. Куйбышев тимер юлында ташылған йөктәрҙең 40 проценты Башҡортостанға тура килә. Һуңғы дүрт ай эсендә генә 1 миллиондан ашыу кеше тимер юл транпорты хеҙмәте менән ҡулланған. Кәңәшмәлә транспорт-логистиа тармағының үҫеш мөмкинлектәре тикшерелде, 2022 йылдың логистика өлкәһендәге йүнәлештәре билдәләнде. Санкциялар шарттарында үҫеште тәьмин итеү йәһәтенән маҡсаттар ҙа барланды. Кәңәшмәлә онлайн форматта Стәрлетамаҡ станцияһының яңыртылған йөк терминалын асыу тантанаһы уҙҙы. Шулай уҡ төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәй тимер юлдарының махсус күргәҙмәһе менән танышты.