Юлһыҙ ҡалабыҙ...

Юлһыҙ ҡалабыҙ...

Берҙән-бер юлһыҙ ҡалабыҙ, тип борсола Сафронов микрорайонында йәшәүселәр. Өфө ҡалаһының Ленин районында урынлашҡан ҡасаба 30 йыл элек төҙөлә башлаған. Бында хәҙер ҙур матур йорттар һалынған. Хәл итәһе проблемалары күп. Балалар өсөн майҙансыҡ төҙөү, ҡасабаның үҙәкләштерелгән канализация, һыу үткәргес коммуникацияларын эшләтеү. Оҙаҡламай үҙ көстәре менән һалған юл боҙоласаҡ. Ҡасабаға берҙән-бер инеү юлынан канализация коллекторы үтәсәк. Өфө эргәһендә 30 йыл элек иң беренсе коттедж ҡасабаларының береһе – Сафронов микрорайоны төҙөлә. Уны икегә ярып күл һуҙылған, эргә тирәләй матур йорттар һалынған. Хәҙер бында 500-ҙән ашыу ихата, ике меңгә яҡын кеше йәшәй. Күршеләр бер-береһенә ярҙам итеп, ҡасаба мәсъәләләрен бергә хәл итә. Хәл итәһе мәсъәләләр күп. Микрорайонда йәшәүселәр билдәләүенсә, быйыл урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы буйынса Динис Бүләков урамында оҙаҡ йылдар көтөп алған асфальт түшәлергә тейеш ине. Әммә Көнсығыш Затондан һуҙылған канализация торбалары бер аҙ планды боҙоп тора. Киң, тәрән соҡор ҡаҙылған, торбалар әҙер. План буйынса канализация ошо урам буйлап үтесәк. Микрорайонда йәшәүселәр берҙән-бер инеү һәм сығыу юлын боҙмай башҡа варианттар барлығын билдәләй.Ҡасабала йәшәүселәрҙең үҙ тәҡдимдәре бар.Халыҡ ҡасаба буйлап йәйрәп ятҡан күлдең яҙмышы өсөн дә борсола.Күлдең үҙәне ҡапланһа, бөтөнләй кибеүе ихтимал. Ошо һорауҙарҙың барыһына ла биҫтәлә йәшәүселәр яуаптар эҙләй, әлегә һөҙөмтәһеҙ. Әммә планды үҙгәртергә һуң түгел, тигән фекерҙә улар.Ә бына Сафронов микрорайонының үҙендә үҙәк канализация юҡ. Үҙаллы һыу үткәргес тә эшләнә. Коммуникациялар өсөн ҡасабала йәшәүселәр түләй, әммә улар хеҙмәтләндерелмәй, ти улар. Канализация торбаларын август аҙағына эшләп бөтөп, юлды тигеҙләп асфальт һалынасаҡ, тип вәғәҙәләнгән. Әммә тиҙ арала ҙур эштең башҡарылып сығыуына халыҡ бик шикләнә. Шуға күрә халыҡҡа һәм күлгә зыян килтермәй туранан-тура трасса аша канализацияны сығарыу ғәҙел ҡарар, тигән фекерҙә улар.