Был йорттарға төшөрөлгән ҙур күләмле һүрәттәр. Рәсемдәр беҙ күреп өйрәнгән срит-арт, граффИтинан ярайһы ғына айырыла. Өфөлә был монументаль өлгөләрҙе ҡайҙа күрергә мөмкин икәнен Сәлимә Исламова белә.Аксаков урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә барлыҡҡа килгән рәсемгә күптәр иғтибар иткәндер. Өлкән йәштәге кешенең бармаҡтарына ҡыҫтырылған сәскә һүрәтенә ниндәй мәғәнә һалынған? Һәр кем үҙенсә фараз итә. Ә рәссам ни әйтергә теләгән һуң? Бәлки Аксаковтың Ал сәскәһелер. Ал сәскә әкиәте урынлы. Рәссамдар яҡташыбыҙ әҫәрендәге образдар аша башҡаланың тарихын сағылдырырға тырышҡан. Әйткәндәй, ижадсылар кешенең был күләмле рәсемдәрҙе граффИти йә Стрит-Арт менән бутағандарын өнәмәй бер аҙ асыуланып та ҡуя. Сөнки йүнәлештең үҙ исеме бар — Муралдар тип атала улар.Дмитрий етәкләгән берләшмә 2012 йылдан Рәсәй һәм сит илдәрҙән монументаль живопись — муралдар, төшөрөүсе рассамдарҙы йыйып фестивалдәр ойоштороу менән шөғөлләнә. Уларҙың эше башта Стәрлетамаҡ ҡалаһында барлыҡҡа килгән, аҙаҡ Нефтекамала. Күптән түгел муралдар Өфө йорттарын биҙәне. Башҡалала әле, ошондай 6 сәнғәт әҫәре бар, Нефтекамала -50, Стәрлелә 6-ау. Әйткәндәй, Черниковка биҫтәһендәге тәүге рәсем "Радиопульс", тип атала. Унда Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Өфөләге Коминтерн радиостанцияһының эшмәкәрлеге һүрәтләнгән.Әле рәссамдар командаһы башҡалала тикшеренеүҙәр алып бара. Тимәк, тиҙҙән өфөлөләрҙең күңелендә һаҡланған бәләкәй йә ҙур тарихи образдар башҡала йорттарын биҙәр. Сираттағыһы ҡайҙа урынлашырын рәссамдар сер итеп һаҡлай.
Башҡалабыҙға мурал тип аталған үҙенсәлекле урам сәнғәте килде
Башҡалабыҙға мурал тип аталған үҙенсәлекле урам сәнғәте килде.