“Патриот” паркының уҡыу-методика үҙәге асылды

“Патриот” паркының уҡыу-методика үҙәге асылды

Шишмә районының Алкин-2 ҡасабаһында төҙөлгән “Патриот” паркының беренсе баҫҡысы – “Авангард” уҡыу-методика үҙәге тәүге тәрбиәләнеүселәрен ҡабул итте. Советтар Союзының ике тапҡыр геройы Муса Гәрәев исемен йөрөткән һәм башланғыс осоусы әҙерлеген биргән мәктәп-интернаттың өсөнсө курс кадеты Артур Саҙрыев иптәштәре менән “Авангард” уҡыу-методика үҙәгенә әлегә тантаналы сығыш яһарға ғына килгән. Өлгөр егет яңы күнегеүҙәр майҙанында уҡыу һәм йәшәү шарттары менән танышырға ла ваҡыт тапҡан. Буласаҡ осоусыларҙың кадет корпусы был үҙәккә киләһе дүшәмбе килергә әҙерләнһә, Булгаково лицейы уҡыусылары хәрби көн тәртибенә беренсе июнь иртәһенән аяҡ аҫҡан. Таңғы етенән уяныу, иртәнге ашҡа тиклем физик күнегеүҙәр, төшкә тиклем дәрестәр. Ҡапҡанан үтеп ингән мәлдән башлап сменаның һуңғы көнөнә тиклем үҫмерҙәрҙең ваҡыты сәғәтләп бүленгән. Биш көнлөк йыйындар строй, атыу, тактик һәм физик әҙерлек нигеҙҙәренән тора. Ил һаҡсылары хәрби әҙерлек тә алырға, яуҙа яраланған хеҙмәттәшен ҡотҡара ла белергә тейеш. Тактик медицина дәрестәрен ҡыҙҙар һәм егеттәр айырыуса мөһим, тип таба. Киләсәген хәрби хеҙмәткә бәйләргә теләгәндәр генә түгел, Ватанына тоғро һәр кемде илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында төбәктәрҙә “Патриот” паркттары төҙөлә. Ил буйынса был хәрәкәткә Рәсәй Президенты ҡарары башланғыс һалды. Граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү концепцияһын бойомға ашырған илһөйәрлек парктары әле 22 төбәктә эшләп килә. Башҡортостанда “Патриот” паркы Республика башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән ойошторолдо. “Авангард” үҙәген асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһы геройҙары — Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы генерал- майор Олег Брагин, Дәүләт Думаһы депутаттары — Владимир Шаманов, оборона буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Красов, башҡа дәрәжәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Буласаҡ Ватан һаҡсылары ысын геройҙарҙан тәбрик һүҙҙәрен ҡабул итте.Республикала йәш быуынға хәрби әҙерлек күнегеүҙәре ойошторор заманса үҙәк асылыуға ветерандар ҙа шат. Уҡыу-методика үҙәгенең әһәмиәтен улар ишетеп кенә белмәй. Тантанала ил именлеге хаҡына ғүмерен аямаған батырҙарҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алдылар. Башҡортостан башлығы махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташыбыҙ Владислав Авдееевтың ғаиләһенә уның “Ҡаһарманлыҡ орденын” тапшырҙы. Уландар менән ихлас ғорурланырлыҡ, тип “Патриот” паркы урынлашҡан Алкин ауылы халҡы ла тәьҫораттарын уртаҡлаша. Исмәғилевтар ейәненең сафта күрһәтмә сығышын ҡарарға килгән. Башҡортсотандың хәрби-илһөйәрлек мәҙәниәт һәм ял паркы биләгән 221 гектар майҙанда “Авангард” уҡыу-методика үҙәгенән тыш, парашют десант вышкаһы, заманса спорт ҡоролмалары, көс тренажерҙары, физкультура һауыҡтырыу комплексы ҡаралған. Өлкән класс уҡыусылары бында йыл әйләнәһенә хәрби әҙерлек нигеҙҙәренә арналған уҡыу йыйындарына килә ала. 2022 йыл аҙағына тиклем генә 200 үҫмер ҡатнашлығында 19 смена ойоштороу көтөлә. “Авангард үҙәгенән алыҫ түгел “Герой уҙыштары” майҙаны. Әле трассала һуңғы әҙерлек эштәре бара. Шәмбе, 4 июндә үк бында күләмле ярыштарға старт бирелә.