Буласаҡ йондоҙҙар

Буласаҡ йондоҙҙар

Етди әңгәмәләр үткән студияла уйын-көлкө, телеүҙәк балалар менән туп-тулы. Халыҡ ара балаларҙы яҡлау көнөндә “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһына буласаҡ журналистар килеп тулды. Йәш экран йондоҙҙары өсөн телеүҙәк ишектәре көнө буйы асыҡ ине. Тапшырыу геройҙары ғына түгел, ә үҙҙәре балалар өсөн программалар алып барыусы ҡыҙ һәм малайҙар һүҙгә лә әүәҫ, йыр-бейеүгә лә оҫта булып сыҡты. Башҡортостан 24 каналында барған Өфө ваҡыты эфиры тулыһынса уларҙы төрлө яҡлап асыуға арналды. Тапшырыу геройҙары – әле атлай ҙа белмәгән сабыйҙан алып сәхнә тултырып бейеүсе оҫта үҫмерҙәр. Әмир аккордеонда өҙҙөрә, ҡыҙҙар йырлай, Алан боронғо һәм һирәк сәғәттәрҙе йыя, Самир иһә мультимузыкант булыу тураһында хыяллана... Тағы ла бихисап талантлы балалар телевидение эшмәкәрлегендә лә үҙен һынатмай.