Республикала коронавирустан ревакцинация бара

Республикала коронавирустан ревакцинация бара

Статистика буйынса, коллектив иммунитет яҡынса 33 процентҡа төшкән, шуға ла ярты йыл үткәндән һуң ҡабаттан вакцина эшләтеү сирҙең таралып китеүенә юл ҡуймай, ти белгестәр. Мобиль пункттар ябылыу сәбәпле, прививканы ҡайҙа эшләтергә мөмкин? Әле республикала нисә кеше ревакцинация яһатҡан? Нәзирә Кизәтуллина 50-се поликлиникаға ревакцинация яһатырға килгән. Һуңғы тапҡыр ул ҡышҡыһын коронавирустан вакцина эшләткән булған. Мәкерле сир арҡаһында, яҡындарҙы юғалтырға тура килде, ти ул. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала коллектив иммунитет яҡынса 33 процентҡа төшкән. Сир ҡабаттан таралып китмәһен өсөн ревакцинация эшләтеү мөһим. Башҡортостанда бер миллион 700 мең кеше ревакцинация үтергә тейеш. Әле бер көн эсендә 200-гә яҡын кеше прививка яһатырға килә. Күпселек осраҡта оло кешеләр, ти поликлиника хеҙмәткәрҙәре.Республикала тәүлек эсендә генә 90-н ашыу кешенең мәкерле сир йоҡтороуы асыҡланған. Әле 22 пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Республика медицина учреждениеларында ревакцианция эшләтеү өсөн вакциналар етәрлек, ти табиптар. Пациенттар Спутник V, Спутник Лайт, ЭпиВакКорона йәки КовиВак препаратын яһата ала. Коронавирус инфекцияһынан прививканың бер компонентын ике миллион 600-н ашыу, ә ике компонентын 2 миллион 400-н ашыу кеше яһатҡан, тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә. Республика башлығы Радий Хәбиров ревакцинация буйынса август аҙағында дөйөм һығымта яһарға тигән бурыс ҡуйҙы. Ревакцинация эшләтер өсөн поликлиналарға яҙылыу кәрәкмәй, прививка сират буйынса яһала. Медицина учреждениелары иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләй. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, әле республикала 550 меңдән ашыу кеше ревакцинация эшләткән. Теләгән һәр кем үҙ поликлиникаларына барып ҡабаттан вакцина яһата ала.