Киләһе йыл Өфөлә ниндәй майҙандар, парктар төҙөкләндерләсәк?

Киләһе йыл Өфөлә ниндәй майҙандар, парктар төҙөкләндерләсәк?

Уларҙы билдәләү өсөн тауыш биреү тамамланды. Ә 2021 йыл һөҙөмләләренә ярашлы, халыҡ Инорста «Йылы» күле эргәһен төҙөкләндереүгә күпселек тауыш биргәйне. Әлеге көндә проекттың беренсе өлөшөнә ярашлы, күлгә илткән Мушников урамындағы майҙанды төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Әйткәндәй, проекттың дөйөм хаҡы 192 миллион һум. Паркты йәшелләндереү өсөн ҡара ер түшәлә. Тиҙҙән бында ағастар ултыртасаҡтар. Инорс биҫтәһендәге был урында бушлыҡ ине. Апрель айынан Мушников урамында техника геүләй. Эшселәр сквер төҙөүгә тотонған. 80 мең кеше йәшәгән Инорста халыҡҡа ял итеү урындары ысынлап та етмәй.Төҙөлә башлаған парк микрорайонда йәшәүсе бөтә быуын вәкилдәренә лә тап килерлек итеп, уларҙың теләктәрен күҙ уңында тотоп планлаштырылған. Күл янында урынлашҡан скверҙың уңайлы ла хәүефһеҙ ҙә булыуы зарур. Йәштәр өсөн скейт-майҙансыҡ, велосипед юлдары ҡаралған. Бәләкәй балалар өсөн бәүелсәктәр ҡуйыласаҡ. Өлкән быуынға уйын өҫтәлдәре, йүгереүселәргә мамсус япмалы юл, амфитеатр. Яңы сквер һәм төҙөкләндерелгән күлгә илткән юл тулыһынса сентябрь аҙағына әҙер була, тип вәғҙәләй төҙөүселәр.Әлбиттә, тыныс ҡына йәшәп ятҡан Инорс халҡына был бер аҙ ят күренеш. Барыһы ла ваҡытлыса тыуған уңайһыҙлыҡтарҙы, шау-шыуҙы аңлап ҡабул итә. Хатта эшселәргә килеп теләктәрен дә еткерә.Парктарҙы төҙөкләндереү "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу " Федераль программаһы, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите " милли проекттары сиктәрендә атҡарыла. Маҡсаты республикала тирә-яҡты йәмләндереү, халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу.Ә быйылғы тауыш биреү май аҙағында тамамланды. Һөҙөмтәһе тиҙҙән билдәле буласаҡ. Уның нигеҙендә башҡалала төҙөкләндереләсәк сираттағы майҙандар, парктар исемлеге аталасаҡ.